– Демографик көрсөктө еңеү, граждандарҙың реаль килемен арттырыу, балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, мәғариф системаһын модернизациялау кеүек бик ҙур һәм амбициялы маҡсаттар ҡуйылды, – тине ул. – Президенттың бөгөнгө сығышының күп тезистары тарихҡа инәсәк. Был тәү сиратта беренсе бала өсөн “әсәлек капиталы” түләү, уның суммаһын арттырыу, өсөнсө бала тапҡандарға ипотека өсөн 450 мең һум түләүҙәрен ҡаплау, был программаны кәмендә 2026 йылға тиклем оҙайтыуға ҡағыла. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләргә ете йәшкә тиклем пособие түләү, башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу, класс етәкселәренә өҫтәмә түләүҙәр кеүек тәҡдимдәре лә бик мөһим. Владимир Путин тәҡдим иткән ошо һәм башҡа социаль сәйәсәт өлкәһендәге саралар миллионлаған Рәсәй ғаиләләре мәнфәғәтенә ҡағыла, уны илебеҙҙә йәшәгән һәр кем ыңғай ҡабул итер. Беҙҙең илебеҙ һәм башҡа күп үҫешкән илдәр тарихында бындай нимәнең булғаны юҡ ине.
Бынан тыш Константин Толкачев Президенттың балалар баҡсаһы һәм яслиҙарҙа урындар арттырыу, мәктәптәрҙе яңыртыу, өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү, педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын арттырыу, вуздарҙа бюджет урындарын күбәйтеү, дарыуҙар менән тәьмин итеү процесын камиллаштырыу һәм башҡа ҡуйған бурыстарын да билдәләне.