Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ғинуар 2020, 14:00

Президент Михаил Мишустиндың кандидатураһын Хөкүмәт Рәйесе вазифаһына индерҙе

Владимир Путин Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Уның барышында уға Хөкүмәт Рәйесе вазифаһын биләргә тәҡдим итте.

Ризалыҡ алғас, ул Михаил Мишустиндың кандидатураһын Дәүләт Думаһына ҡарауға индерҙе, тип хәбәр ителә Рәсәй президенты сайтында.
Бынан алда президенттың Конституцияны үҙгәртеү тураһында тәҡдимдәренән һуң илдең Дмитрий Медведев етәкселегендәге ғәмәлдәге хөкүмәте отставкаға китте.
Читайте нас: