Иң күп тәьҫораттар ҡалдырғаны, әлбиттә, балаларға бәйле, ғаилә ныҡлығын булдырыусы гарантиялар. Халыҡтың күпселеге Ил башлығының Мөрәжәғәтнамәһен тура эфирҙа ҡарай алһа, республика етәкселеге сараны үҙ күҙҙәре менән барып күрҙе.
Ентекләберәк ҡарап үткәндә, Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ тәүге балаға әсәлек капиталын түләй башларға (466 мең һум), ә икенсе бала өсөн әсәлек капиталын 150 мең һумға арттырырға (616 мең һумғаса), Әсәлек капиталы программаһын 2026 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Килемдәре аҙ ғаиләләргә 3 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләү ҙә – шәп яңылыҡ. Быйыл яҡынса һәр балаға 5,5 мең һум булһа, ә киләһе йылдан – яҡынса 11 мең һум.Уҡытыусыларға ла яҡшы хәбәр бар: федераль бюджет иҫәбенә 1 сентябрҙән класс етәкселәренә өҫтәмә рәүештә 5 мең һум түләнә башлай. Медицинаға килгәндә, был өлкәлә хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү көтөлә.
Владимир Путин үҙ сығышында әлеге Конституцияны үҙгәртергә кәрәклеге хаҡында ла әйтте һәм Төп законды үҙгәртеү тураһында тәҡдимдәрен һанап үтте, сөнки уны ҡабул итеүгә тиҫтә йылдар үтеп киткән, быға бәйле илдәге шарттар ҙа үҙгәргән. Бындай үҙгәрештәр фонында үҙ һығымтаһын Премьер-министр Дмитрий Медведев та яһаны: Владимир Путиндың Министрҙар Кабинеты менән осрашыуы мәлендә ул Рәсәй Хөкүмәте тулы составта отставкаға китеүе тураһында белдерҙе. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Дмитрий Медведев урынына Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустиндың кандидатураһы тәҡдим ителгән. Шулай уҡ, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын үҙгәртеүгә тәҡдимдәр әҙерләү өсөн эшсе төркөм булдырылған, уның составына 75 сәйәсмән, закон сығарыусы, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре индерелгән.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
– Мөрәжәғәтнамәнән яҡшы кәйеф менән ҡайттым! Хәҙер килемдәре әллә ни ҙур булмаған балалы ғаиләләрҙе киләсәктә нимәләр көткәнен ышаныслы әйтә алабыҙ. Әсәлек капиталы 150 мең һумға арта, пособиелар хәҙер өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн түләнәсәк – был турала хыяллана ла алмай инек бит. Тағы ла бер мөһим һорау – башланғыс кластар өсөн бушлай туҡланыу ойоштороу. Ғөмүмән, Мөрәжәғәтнамәлә ошондай кешелекле һәм яҡшы өлөштәр сағылдырылған. Ил етәксеһе граждандарыбыҙҙың дәрәжәһе һәм халыҡтың йәшәү кимәле юғары булыуы илдең бөйөклөгө күрһәткесе булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.