Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ғинуар 2020, 15:25

Путиндан миллион. Башҡортостанда Президенттың күрһәтмәләре нисек үтәләсәк

#ПутинВладимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең төп йөкмәткеһе халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелде. Был айырыуса ярҙамға мохтаж ҡатламға – бала тәрбиәләгән йәш ғаиләләргә ҡағылды.

Белгестәр билдәләүенсә, әлеге Мөрәжәғәтнамә – хәҙерге Рәсәй тарихында иң ҙур сығым талап иткән сығыш. Һүҙ йылына яҡынса 500 млрд һум бүлеү тураһында бара. Ил ярайһы уҡ яҡшы финанс бол тупланы. Дәүләттә аҡса етерлек. Кешеләргә, бигерәк тә балаларға аҡса йәлләүҙән ни мәғәнә? Әлегәсә йыйылған триллион һумдарҙы халыҡҡа ҡайтарыу – илде яйлап юҡҡа сығыуҙан ҡотҡарыуҙың берҙән-бер юлы.
Беҙ Президенттың иң мөһим күрһәтмәләрен тупланыҡ һәм уларҙы республикала тормошҡа ашырыу юлдары менән ҡыҙыҡһындыҡ.
1) Әсәлек капиталы 2026 йылға тиклем биреләсәк. Беренсе бала тыуғанда уҡ түләү күләме 466 мең һум тәшкил итәсәк, ә икенсе сабыйға – тағы 150 мең һум. Ике балалы ғаилә өсөн Әсәлек капиталының дөйөм суммаһы 616 617 һум тәшкил итәсәк. Әгәр һеҙҙең әлеге ваҡытта балағыҙ булһа, икенсеһе тыуған осраҡта әлеге дөйөм сумманы аласаҡһығыҙ. Капиталдың күләме йыл һайын индексацияланасаҡ.
Яңы күләмдәге Әсәлек капиталын март айынан бирә башлау күҙаллана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уны торлаҡ һатып алыу, баланы уҡытыу (шул иҫәптән балалар баҡсаһы өсөн түләү), инвалид баланы реабилитациялау, алдан алынған йәки яңы юлланған ипотека кредитын ҡаплау йәки әсәнең хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн тулыландырыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Өсөнсө сабый тыуған осраҡта дәүләт ипотека кредитының 450 мең һумға тиң өлөшөн ҡаплауға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн йылына алты процентлы ташламалы ипотека ҡаралған. Бындай түбән процент кредиттың бөтә осорона ла ҡаралған.
Дөйөмләштереп әйткәндә, өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр мил-
лион һумдан ашыу ярҙамға өмөт итә ала.
2) Әгәр ғаиләгеҙҙең килеме йән башына ике йәшәү минимумынан артмай икән (был яҡынса айына 20800 һум), быйылғы йылдың ғинуарынан һеҙ өс йәшкә тиклемге беренсе һәм икенсе бала өсөн ай һайын түләү ала алаһығыҙ. Башҡортостанда ул яҡынса 9600 һум тәшкил итә.
3) Килеме йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләр (йән башына яҡынса 10 186 һум) быйылғы йылдан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн өҫтәмә пособие алыуға хоҡуҡлы. Радий Хәбиров яҙыуынса, быйыл ул бер балаға 4,9 мең һум, ә киләһе йылдан 9,8 мең һум тәшкил итәсәк. Аҙ ғына сабыр итегеҙ. Әлегә пособие юллау өсөн ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй, сөнки Мәскәүҙә документтар раҫланырға тейеш. Барыһы ла әҙер булыу менән беҙ мотлаҡ был хаҡта һөйләйәсәкбеҙ һәм яҙасаҡбыҙ.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был яңылыҡ 90 меңгә яҡын балаға ҡағыласаҡ. Ведомствоның дөйөм базаһында һәр ғаилә хаҡында тейешле мәғлүмәт булғанға күрә, яңы пособиены автоматик рәүештә тәғәйенләү мәсьәләһе ҡарала, йәғни өҫтәмә документтар йыйырға кәрәкмәйәсәк.
Ташлама 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингәнгә күрә, дәүләт уны ошо көндән түләйәсәк. Әгәр яңы башланғысҡа ҡағылышлы документтар март айында әҙер булһа, пособие бер ыңғай өс ай өсөн түләнәсәк.
4) 2021 йылдың аҙағынаса өс йәшкә тиклемге бөтә балалар ҙа ясли урындары менән тәьмин ителергә тейеш.
5) Беренсе кластан дүртенсе класҡа тиклемге уҡыусылар бушлай йылы аш менән тәьмин ителәсәк. Техник йәһәттән мөмкинлектәре булған урындарҙа был башланғыс быйылғы йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә индерелә, ашханалар һәм буфеттар йыһазландырыу талап иткән белем усаҡтарында – киләһе өс йыл дауамында. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, был проблема башлыса 20-30 бала уҡыған бәләкәй мәктәптәргә хас.
– Беҙ сифатлы туҡланыуҙы ғәмәлгә индерәбеҙ. Быға тиклем балаларҙы ситтән килтерелгән ит, шикле аҙыҡ-түлектән әҙерләнгән ризыҡтар менән туҡландырыу осраҡтары ла булды. Хәҙер беҙҙең мәктәп ашханаларында быға юл ҡуйылмаясаҡ! – тине Радий Хәбиров.
6) Киләһе ике йылда бөтә мәктәптәргә лә юғары тиҙлекле интернет үткәреләсәк.
7) 2020 йылдың 1 сентябренән класс етәксеһе өсөн өҫтәмә түләү айына 1980 һумдан 7730 һумға тиклем арттырыла.
8) Яңы уҡыу йылынан табиптар, педагогтар, инженерҙар етешмәгән төбәктәрҙең юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һиҙелерлек артасаҡ.
9) 2024 йылға тиклем Башҡортостанда табиптарға ҡытлыҡ тулыһынса юҡҡа сығарыласаҡ. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, былтыр Башҡортостанда 1816 медицина хеҙмәткәре эштән киткән, 2169 белгес эш башлаған, йәғни кадрҙар үҫеше 353 кеше тәшкил иткән. Быйыл был күрһәткесте 500-гә арттырыу күҙаллана.
Яңы уҡыу йылынан медицина университетына уҡырға ҡабул итеү тәртибе үҙгәрә. «Дауалау эше» йүнәлеше буйынса бюджет урындарының 70 проценты, «педиатрия» белгеслегенә 75 проценты маҡсатлы нигеҙҙә буласаҡ.
Ординатураның иң ҙур ихтыяжға эйә йүнәлештәре буйынса уҡытыу тулыһынса маҡсатлы нигеҙҙә ойоштороласаҡ. Уҡырға ҡабул иткәндә беренсел звенола, айырыуса ауыл ерендә эшләгән табиптар өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталар күләмен, йәғни ниндәй йүнәлештәге табиптар кәрәклеген республика үҙе билдәләйәсәк. Йәш белгестәр уларҙың һөнәренә ихтыяж булған урындарҙа мотлаҡ эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
10) Тағы ла бер бурыс – 2024 йылға тиклем төбәктә барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары тергеҙеләсәк. Радий Хәбиров үҙенең блогында билдәләүенсә, беҙҙә 300 ФАП яңыртыуҙы талап итә, быйыл шуларҙың 100-ө тапшырыласаҡ. Был эштәр менән бер рәттән Башҡортостанда поликлиникаларҙы һәм «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтен модернизациялау, шулай уҡ табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү программалары эш башлай.
11) Дарыу препараттары алыусыларҙың берҙәм регистры булдырылып, эш башлаясаҡ. Был әлеге ваҡытта теркәү үтмәгән ҡайһы бер дарыуҙар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк. Сифат контроле һиҙелерлек үҙгәрәсәк, ул дарыуҙар менән эш итеүҙең һәр этабында тағы ла көсәйтеләсәк. Был башланғыс дарыуҙар етешмәү мәсьәләһен тулыһынса хәл итәсәк.
Читайте нас в