Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Февраль 2020, 18:25

АЛЕКСЕЙ ИЗОТОВҠА РӘСӘЙ ХӨКҮМӘТЕНЕҢ РӘХМӘТ ХАТЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

Кисә РФ Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев бер төркөм депутаттарға Рәсәй парламентаризмы үҫешендә һәм закон сығарыу эшмәкәрлегендә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Хөкүмәттең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Улар араһында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Николаевич Изотов та бар.

Алексей Изотов үҙенең сәхифәһендә: “2013 йылда (тап ошо урында), Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы булараҡ, илдәге иң төҙөк ҡала өсөн Рәхмәт хаты алғайным”, - тип, шатлығы менән уртаҡлаша.
Читайте нас: