Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Февраль 2020, 19:30

Руслан Мирсаяпов — Рәсәйҙең Азербайжандағы сауҙа вәкиллеге етәксеһе

Руслан Мирсаяпов Рәсәйҙең Азербайжандағы сауҙа вәкиле итеп тәғәйенләнде.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов Рәсәйҙең Азербайжандағы сауҙа вәкиле вазифаһына тәғәйенләнде.
Яңы эш урынында ул экспортер предприятиеларҙың эше өсөн яуап бирә.
Руслан Мирсаяпов Рәсәй Федерацияһы Президенты патронажы ҡарамағындағы идара итеүсе кадрҙар резервына инә.
2020 йылдың 18 февралендә ул Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһынан бушатылды. Руслан Мирсаяпов 2017 йылдың декабрендә комитет етәксеһе итеп тәғәйенләнде, 2010 йылда ошо уҡ вазифаны биләне, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә 1998 йылдан алып эшләй.
Башинформ.
Читайте нас: