Осрашыу барышында илебеҙҙең Төп законына төҙәтмәләр индереү ҡаралды. Улар араһында иң әһәмиәтлеһе Рәсәйҙә ғаилә статусына, Рәсәй биләмәләрен тартып алыуҙы тыйыуға, илебеҙ граждандары мәғлүмәттәрен яҡлауға, йәштәргә һәм ирекмәнлеккә бәйле булды.
Осрашыуҙан стенограмманы тулыһынса һылтанма аша инеп уҡырға мөмкин: http://kremlin.ru/events/president/news/62776
Владимир Путин белдереүенсә, төҙәтмәләр өсөн 500-ҙән ашыу тәҡдим килгән.
Мәҫәлән, Владимир Путин Конституцияға никах төшөнсәһен ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ союзы һымаҡ индереү дөрөҫ тип атаны, әммә ғаиләне асыҡлау менән һаҡ булырға саҡырҙы. Шулай уҡ ул бер енесле никахтарҙы законлаштырыуҙан баш тартып: “Әгәр ҙә тулы булмаған ғаилә булһа, был саҡта нимә эшләргә? Никах – ул ир менән ҡатын араһындағы союз, ә ғаилә менән икенсерәк. Мин президент булғанда беҙҙә 1-се йәки 2-се номерлы атай-әсәй түгел, тик атай һәм әсәй генә буласаҡ”, - тип белдерҙе.
Ил башлығы Рәсәй биләмәләрен тартып алыу тыйылыуын Конституцияла нығытып ҡуйырға кәрәклекте хупланы. “Был тәҡдим миңә оҡшай. Тик уны тейешенсә эшкәртеүҙе юристарға ҡушырға кәрәк булыр”, - тине Владимир Путин.
Шулай уҡ Конституцияға пенсияны индексацииялау тураһындағы положениены индереү ҙә хупланды. Әммә Рәсәй Президентының һүҙҙәренсә, индексациялау Федераль закон менән көйләнергә тейеш.
Осрашыу барышында Рәсәй граждандары мәғлүмәттәрен яҡлау мәсьәләһе күтәрелде.
- 90-сы йылдарҙа Конституция яҙылған ваҡытта мәғлүмәт технологиялары киң таралмағайны. Конституцияның 71-се статьяһының 3-сө бүлегенә ҡағылған төҙәтеү индерергә кәрәк, тигән фекергә килдек ИТ-тармағы эксперттары менән. Сөнки Федераль үҙәк ҡарамағында оборона, ил сиге, уның ер аҫты ҡаҙылмалары ғына түгел, ә мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәттәрҙең әйләнеше лә булырға тейеш. Граждандарҙың мәғлүмәттәрен һаҡлау – был дәүләт эше, ул дәүләт ҡарамағында булырға тейеш. Һәм был артабан башҡа закондарға актуаль норматив-хоҡуҡи база һәм барлыҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә граждандарҙың азатлығына һәм хоҡуғына берҙәм ҡараш булдырырға ярҙам итәсәк, - тип, үҙ фекерен еткерҙе эш төркөмөнә InfoWatch компаниялар төркөмө президенты Наталья Касперская.
Владимир Путин, Төп законда йәштәр сәйәсәте тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк, тип белдерҙе..
Ил Президенты төҙәтмәләр буйынса бөтә тәҡдимде лә Төп Законға индереү мөмкин түгеллеген әйтеп, һыймағанын, әммә бик әһәмиәтлеләрен айырым формалаштырырға ҡушты.
Фото smol.kr.ru