Ил Башлығы матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ике шарт үтәлгәндә, төҙәтмәләр үҙ көсөнә инәсәк. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмә тураһындағы законға ярашлы, илдең Конституция судына Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 1-се, 2-се һәм 9-сы бүлектәре положениеларына тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙең ярашлылығын баһалау өсөн һорауға мотлаҡ йүнәлтмә ҡаралған. Әгәр Конституция суды ыңғай һығымта бирһә, дөйөм Рәсәй тауыш биреү үткәреләсәк. Әгәр дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙә граждандарҙың яртыһынан күберәге ҡатнашһа һәм Конституцияға үҙгәрештәрҙе яҡлаһа, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр тураһындағы законда ҡаралған Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 3 – 8 бүлектәренә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк.