Исемлеккә 23 позиция ингән, улар араһында балалар өсөн тауарҙар; һабын һәм йыуа, таҙарта торған саралар, хайуандар өсөн тауарҙар; бензин, дизель яғылығы, газ; автозапчастар, шул иҫәптән майлау материалдары, покрышка, камера, тәгәрмәстәр; электр йыһаздары, кабель продукцияһы, күнкүреш приборҙары; компьютер, электрон һәм оптик йыһаздар; баҡса әйберҙәре һәм кәрәк-яраҡтар; төҙөлөш, биҙәкләү материалдары һәм ҡоралдары; санитар-техник, янғын киҫәтеү һәм янғын һүндереү өсөн тауарҙар; баҫма матбуғат саралары; мәйетте күмеү өсөн кәрәк-яраҡтар бар. Исемлектә шулай уҡ шырпы, шәм, күҙлек, линза һәм уның айырым өлөштәре, тәмәке продукцияһы һ.б. ингән.
Документта билдәләп үтелгәнсә, исемлекте РФ Президенты указын үтәү өсөн раҫлағандар. Уның нигеҙендә эш көнө булмаған аҙнала халыҡты аҙыҡ-түлек продукттары һәм беренсе сиратта кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итә торған ойошмаларға ҡағылмай. Санитар-эпидемиологик сараларға бәйле рәүештә, төбәктәр әлеге исемлекте тулыландыра ала.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәйек, әлеге аҙна Рәсәйҙә яңы төрҙәге коронавирус инфекцияһы таралыуын киҫәтеү өсөн эш көнө булмаған аҙна тип иғлан ителде. Коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы тороу буйынса республика штабы таратҡан белешмәлә сауҙа һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтә торған объекттарҙың эш тәртибе күрһәтелгән.