Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәйәсәт
6 Ғинуар 2021, 04:20

ИНВАЛИДТАРҒА БУШЛАЙ ИКЕНСЕ ЮҒАРЫ БЕЛЕМ АЛЫУ МӨМКИНЛЕГЕН БИРЕРГӘ ЙЫЙЫНАЛАР

#Путин #ПрезидентРФ #ВладимирПутинРәсәйҙә инвалидтар бушлай икенсе юғары белем алы хоҡуғына эйә буласаҡ. Законға үҙгәрештәрҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 июлгә тиклем индерергә ҡушты. Был турала Кремелдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.« РФ Хөкүмәтенә <…> эшкә яраҡлы йәштәге инвалид һәм яңы һөнәргә (квалификацияға) мохтаж булған кешеләргә икенсе урта һөнәри йәки юғары белем алыу мөмкинлеге гарантиялай торған үҙгәрештәрҙе Рәсәй закондарына индереүҙе тьәмин итергә», - тип хәбәр ителә ҡарар текстында.

Был йөкләмәне үтәү өсөн яуаплы итеп Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин билдәләнде.
Читайте нас