Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәйәсәт
12 Ғинуар 2021, 09:15

Бөгөн - Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө Рәсәй дәүләтенең ышаныслы таянысы һеҙ

Хөрмәтле прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Прокуратура – законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе эшендә конституция хоҡуҡтарын һәм кеше иркен һаҡлауҙа, коррупция менән көрәштә Рәсәй дәүләтенең ышаныслы таянысы. Һеҙ дәүләт мәнфәғәтен күҙәтеү, граждандарҙың хоҡуҡтары һәм азатлығы һағында тораһығыҙ.
Стәрлетамаҡ прокуратураһында намыҫлы, ғәҙел, үҙ бурысына тоғро булған юғары профессиональ белгестәр хеҙмәт итә. Һеҙҙең көсөргәнешле, яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Хөрмәтле прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, аҡ бәхеттәр һәм илебеҙ, республикабыҙ, ҡалабыҙ мәнфәғәтендә уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем!
Ихтирам менән,
Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас