Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Президенты янындағы милләт-ара мөнәсәбәт Советы составына инде. Был хаҡтағы указға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Совет президент янындағы консультация органы булып тора, милләт-ара мөнәсәбәт өлкәһендәге Дәүләт сәйәсәтен үҫтереү, был йүнәлеш буйынса ил президентына тәҡдимдәр яһау бурыстары йөкмәтелә.