Төп тема – «Ҡалаларҙың үҙгәрешен тиҙләтеү», тип белдерҙеләр ойоштороу комитетында. Форумда 2020-2021 йылдарҙа үҙгәреш кисергән ҡала мөхитен тикшереү планлаштырыла.
Форумдың эксперттары иҫәбендә – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников, фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков, мәҙәниәт министры Ольга Любимова, мәғариф министры Сергей Кравцов, Ростуризм етәксеһе Зарина Догузова, илдең Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин, ВЭБ рәйесе Игорь Шувалов, «ДОМ. РФ» йәмғиәтенең генераль директоры Виталий Мутко һәм башҡалар. Европа ҡалалары мэрҙары менән айырым секция планлаштырыла.
Билдәле алып барыусылар Яна Чурикова, Наиля Аскер-Заде саҡырыла.
Форум барышында «Лидер биләмәләр», «Үҙгәрештәр менән идара итеү», «Ҡалалар һәм таланттар», «Тотороҡло үҫеш һәм туризм» темалары тикшерелә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы