Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Сәйәсәт
16 Апрель 2021, 10:05

Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Советы президиумы менән Стратегик башланғыстар агентлығының берлектәге ултырышында ҡатнашты

Уны видеокәңәшмә алымында ил Президенты Владимир Путин үткәрҙе.Ултырыштың көн тәртибендәге төп һорауҙар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәшғүллек һәм социаль яҡлау өлкәләрендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, уларҙы халыҡ өсөн уңайлыраҡ итеү мәсьәләһенә бәйле булды. Әлеге маҡсаттағы федераль һәм төбәк кимәлендәге саралар Милли социаль башланғыстар нигеҙендә булдырылды. Дәүләт етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы, проектты Стратегик башланғыстар агентлығы ғәмәлгә ашыра.

– Йәмғиәт өсөн мөһим әһәмиәткә эйә был проекттың төп асылы – социаль тармаҡтың эшмәкәрлеген кешеләргә яҡыныраҡ итеү, бөтә процестарҙы граждандарҙың ихтыяжын, теләктәрен иҫәпкә алып бойомға ашырыу, - тип билдәләне Владимир Путин. – Кешеләрҙе техник, административ, ойоштороу мәсьәләләре борсомай. Улар өсөн ярҙамды сифатлы һәм ваҡытында алыу мөһим. Шул уҡ ваҡытта булышлыҡ күрһәткән белгестәр үҙҙәре лә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтарға тарымаҫҡа тейеш – беҙ бына ошоно тәьмин итергә бурыслы. Мәҫәлән, табиптар, мәғариф, социаль хеҙмәттәр белгестәре артыҡ ҡағыҙ тултырыу эшенән арынып, үҙҙәренең ваҡытын, иғтибарын тәү сиратта кешеләргә бүлә алырға тейеш.
Рәсәй Президенты Милли социаль башланғыстар проектының алты төбәктә – Башҡортостанда, Калиниград, Кемеров, Түбәнге Новгород, Новгород һәм Сахалин өлкәләрендә уңышлы һынау үтеүен билдәләне. Тормоштағы аныҡ күренештәр айырым ҡаралды: мәҫәлән, баланы баҡсаға йәки мәктәпкә яҙҙырырға, поликлиникала медицина ярҙамы алырға, инвалидлыҡ юлларға, эш эҙләргә йәки мәшғүллек үҙәге аша һөнәри оҫталығыңды күтәрергә кәрәк булыуы бар.
Владимир Путин Милли социаль башланғыстарҙың милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүҙә мөһим инструмент булыуын билдәләне. “Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – ҙур ҡалаларҙа ла, бәләкәй тораҡ пункттарҙа ла халыҡтың яҡшыраҡ йәшәүенә булышлыҡ итеү”, - тине ул.
Ултырыш барышында “Вера” хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фондын ойошторған Нюта Федермессер төбәктәрҙә сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар һәм ҡаршылыҡтарһыҙ мөхит булдырыу йәһәтенән ҡайһы бер төбәктәрҙә тормошҡа ашырылған башланғыстар менән таныштырып үтте. Мәҫәлән, беҙҙең Башҡортостанда Президент гранттары фонды һәм “Рәсәй вертолеттары” холдингы менән берлектә “Боҙлоҡ дәүеренә сәйәхәт: бөтәһе өсөн дә маршрут” проекты тормошҡа ашырыла. Ул Асҡын боҙ мәмерйәһе биләмәһенә инклюзив туристик маршрут ойоштороуҙы тәҡдим итә. Был эш инвалидтарҙы социомәҙәни реабилитациялау сараһы ла булып тора.
Белеүебеҙсә, республика әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәле һаналған Асҡын мәмерйәһе Ғафури районында урынлашҡан. Ул – Европала боҙлоҡ дәүерендәге боҙҙар һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Сәләмәтлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы булһын өсөн, унда махсус ҡорамалдар ҡуйыласаҡ, мәмерйәгә ингән ер төҙөкләндереләсәк. Эштәр быйыл июнь айында башланыр тип күҙаллана.
Белешмә
Башҡортостанда Милли социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға старт былтыр уҙған “Урал аръяғы” инвестһабантуйында бирелгәйне. Уны һынау барышында байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр билдәләнде:
- ғаиләлә тәүге бала тыуған (уллыҡҡа алынған) осраҡта, айлыҡ түләүҙәр юллау ябайлаштырылды;
- өйгә йөрөп социаль хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу яҡшырҙы;
- сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләргә техник реабилитация саралары алыу өсөн исемле сертификаттар бирелә башланы;
- халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре аша эшкә урынлашыуҙың һөҙөмтәле системаһы булдырылды;
- йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса логистик идара үҙәге булдырылды. Был башланғысты Стратегик башланғыстар агентлығы эксперттары иң яҡшылар рәтендә билдәләне.
https://bash.rbsmi.ru
Фото: glavarb.ru
Читайте нас