«Ошо йәһәттән эш көсәйер тип уйлайым. Белеүегеҙсә, хәҙер ЮНЕСКО менән әүҙем эшләйбеҙ», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты 1998 йылдың 25 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән ойошторолған. Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе – Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Комитет составына мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм коммуникациялар өлкәһендәге күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҙур предприятиелар, ойошмалар һәм бизнес вәкилдәре инә. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры булып оҙаҡ йылдар Өлфәт Йомағужин эшләне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы