Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәйәсәт
22 Июнь 2021, 10:00

“ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ” ТАНЫҠЛЫҠ АЛДЫ

Билдәле булыуынса бындай статусҡа Башҡортостанда 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр эйә була. Йәғни, был категорияға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуыусылар һәм һуғыш башланғанда 14 йәше тулмаған граждандар инә.

Башҡортостанда 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған 189 мең 155 кеше йәшәй. Уларҙың 93 проценты төрлө нигеҙҙә социаль ярҙам саралары менән файҙалана. Ә 13 мең 240 кеше льготалы категорияларҙың береһенә лә ҡарамай, уларға социаль ярҙам күрһәтелмәй. Һигеҙ тиҫтә йылға яҡын был быуындың хеҙмәте тейешенсә баһалынып бөтмәгәндәй ине, күргән михнәттәренә күҙ йомоу һымаҡ булды.
Ошонан сығып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең партактивы семинарында был хәлде төҙәтергә вәғәҙә бирҙе һәм партия ағзаларына закон проекты өҫтөндәге эште әүҙемләштерергә ҡушҡайны. Ниһәйәт, һуғыш балаларын рәсми таныу республикаға, шул иҫәптән Стәрлетамаҡҡа ла килеп етте!
Был матур ваҡиғала Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың ҡатнашыуы һәм таныҡлыҡты ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов менән бергәләп тапшырыуы тантанаға рәсми йәм өҫтәне.
Иң үкенеслеһе: һуғыш ветерандары ғына түгел, һуғыш балалары китеп бөтөп барған заманда йәшәйбеҙ, һуғыш балаларының күбеһе был көндө күрә алманы.. Мәҫәлән атайым Ғаяз атаһы Ғәлимов Минезәки Закир улы өсөнсө тапҡыр һуғышҡа алынғанда (ул фин һуғышында ла ҡатнашҡан) 15 көнлөк кенә булып ҡалған. Үкенескә ҡаршы, ул был көндө еткерә алманы. Уның һабаҡташы Марс Ғилметдин улы Хәмиҙуллинға әлеге тантанала шулай уҡ таныҡлыҡ тапшырылғанда бер яҡтан һағыш баҫһа, икенсе яҡтан ғорурланып та ултырҙым. “Их, был таныҡлыҡҡа ҡушып аҡса ла бирһәләр икән”, – тине таныҡлыҡ алыусыларҙың береһе көрһөнөп… Ә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов аҡыллы яуабын табып, былай тине: “Әле башы ғына бит әле, башта таныҡлыҡ, аҙаҡ барыһы ла булыр яйлап…” Ысынлап та, инде нисәмә йылдан һуң ғына ҡуҙғалған боҙ артынан һуғыш балаларын шатландырып баһа артыр тигән өмөттә ҡалайыҡ!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас