Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәйәсәт
29 Июнь 2021, 11:00

Путинға шылтыратып та өлгөрмәнем..

Билдәле булыуынса, иртәгә Владимир Путин тура эфирҙа рәсәйлеләрҙең һорауҙарына яуап бирә. Һорауҙарҙы алдан да ебәрергә мөмкин. #Путин

Күптәр шулай итте лә инде, йәмғеһе миллионлап һорау яуа Мәскәү тарафына. Улай ғына ла түгел, ҡайһы берәүҙәр Путинға барып та етмәне, әммә үҙ проблемаларын хәл итеп тә ҡуйған.
Мәҫәлән, Подольск ҡалаһының троллейбус идаралығында 6 ай буйына эш хаҡы түләнмәгән. Эшселәр “Ҡыҙыу линия”ға мөрәжәғәт иткәс, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты шунда уҡ проблеманы асыҡларға тотона... Һөҙөмтәлә 1 июлгә ҡәҙәр эш хаҡы түләнәсәк! Әлбиттә, бындай миҫалдар ил буйлап бик күп йыйыла: кемдер оҙаҡ ваҡыт тотҡарлағандан һуң эш хаҡы ала башлаған, ҡайҙалыр медицина үҙәге асылған, һыу биргәндәр һәм башҡалар... Әммә шуныһы ла аптыратып ҡуя: хәҙер бөтә проблемаларҙы ла Путинға ялыулашып ҡына хәл итеп буламы икән ни? Урындағы чиновниктарға ҡасан Президентҡа шылтыратыу түгел, “Путин” тип әйтеү ҙә тәҫьир итер икән?!. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: ишек алдындағы проблеманы Мәскәү аша хәл ит инде!..
Әйткәндәй, аралашыу урындағы ваҡыт менән 14.00 сәғәттә башлана. Президентты төп телеканалдарҙан ҡарарға мөмкин буласаҡ. Әлегә Владимир Владимировичҡа алдан һорау биреүҙең өс юлы бар:
1. Смартфон йәки планшетта “Мәскәү-Путинға” (“Москва-Путину”) мобиль ҡушымтаһы аша;
2. Москва-Путину.РФ йәки Moskva-Putinu.ru сайттары;
3. 0-40-40 һандарына смс-хәбәр ебәрергә йәки 8-800-200-40-40 телефонына шылтыратырға була.
Беҙҙең хәбәрсе.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас