Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәйәсәт
7 Ғинуар 2022, 07:19

Владимир Путин Рәсәй министрҙар кабинетына мөһим йөкләмәләр бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил хөкүмәтенә 1 августҡа тиклем күмергә хаҡты тотороҡлау һәм уны ташыу буйынса саралар күрергә ҡушты. Был туралағы документ Кремелдең официаль сайтында урынлаштырылған.

Владимир Путин Рәсәй министрҙар кабинетына мөһим йөкләмәләр бирҙеВладимир Путин Рәсәй министрҙар кабинетына мөһим йөкләмәләр бирҙе
Владимир Путин Рәсәй министрҙар кабинетына мөһим йөкләмәләр бирҙе

Бынан тыш, ил башлығы министрҙар кабинетына «Газпром» менән Дағстан республикаһында газ үткәреү темптарын арттырыу мөмкинлектәрен ҡарарға йөкмәтте.

Тағы ла президент Ҡырымда интернет һәм ҡәрәҙле селтәр бәйленешен үҫтереү сараларын ҡабул итергә ҡушты.

Владимир Путин шулай уҡ ҡатмарлы ауырыуҙар менән яфаланыусы граждандарҙы медицина препараттары һәм дарыуҙары менән тьәмин итеү мәсьәләһенә иғтибар итте. Хөкүмәт ил етәксеһенә 15 февралгә тиклем 2022 йылда ауыр ауырыуҙар менән йонсоған балаларҙы һәм 18 йәштән өлкәнерәктәрҙе дауалау препараттары менән тьәмин итеү юлдарын буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейешле.

Хөкүмәткә иптоека аша һатып алынған авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә йөкмәтелгән.

Путин шулай уҡ коронавирус инфекцияһын кисереүсе рәсәйлеләрҙе ентекле диспансеризация үтеүгә йәлеп итеү өсөн мәғлүмәт компанияһын ойоштороу кәрәклеге тураһында талап итте.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә Владимир Путин шахталарҙа етешһеҙлектәр менән эш алып барылған осраҡтарҙа яуаплылыҡты ҡәтғиләштерергә ҡушҡан ине. Ил башлығы был турала Кузбастағы күмер тармағы торошо буйынса ойошторолған кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса иғлан итте.

 

#Путин #ВладимирПутин #ПрезидентРФ #ВВП

Владимир Путин Рәсәй министрҙар кабинетына мөһим йөкләмәләр бирҙе
Владимир Путин Рәсәй министрҙар кабинетына мөһим йөкләмәләр бирҙе
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас