Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәйәсәт
25 Февраль 2022, 06:00

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Украиналағы хәрби операцияны мәжбүри тип атаны

«Бер кем дә һуғыш яҡлы түгел. Айыҡ аҡыл менән фекер йөрөткән кеше башҡаларҙы үлтереүҙе хуплай алмай. Тап шуға ла һигеҙ йыл буйына беҙҙең сиктәрҙә барған тәртипһеҙлекте туҡтатыу мөһим. Неонацист идеяларын һәм режимын хупламаған өсөн генә тыныс халыҡтың, шул иҫәптән балаларҙың ғүмерен ҡыйыуҙы туҡтатырға»,  — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Украиналағы хәрби операцияны мәжбүри тип атаныБашҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Украиналағы хәрби операцияны мәжбүри тип атаны
Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Украиналағы хәрби операцияны мәжбүри тип атаны

Республика власы вәкиле һүҙҙәренсә, Луганскиҙа һәм Донецкиҙа ул ике тапҡыр булған. Унда генерал Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре ерләнгән, Шайморатов исемендәге мәктәп бар.

«Ошо ергә аяҡ баҫҡан һайын балалар күҙҙәрендәге һуғыш дәһшәтенән һалҡын тир бәреп сыға ине. Ундағы ете йәшлек балалар 40 йәшлек ир-егеттәр кеүек ҡарай. Быны нисек һүрәтләргә лә белмәйем. Һуғышты кисергән биләмәләрҙәге балаларҙы күргәндәр аңлар», — тип дауам итте Бадранов.

Азат Бадранов һүҙҙәренсә, тыныс юл менән хәл итеп булманы, шуға күрә хәрби операция — мәжбүри сара.

«Ул тиҙ тамамланыр һәм халыҡ зыян күрмәҫ, ҡаршы яҡтың хәрби инфраструктураһын һәм көсөн генә юҡ итер тип ышанам», — тип билдәләне республика хөкүмәте вице-премьеры.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас