Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәйәсәт
1 Март 2022, 04:52

"Беҙ Президентыбыҙҙы тулыһынса хуплайбыҙ"

"Беҙҙең артта дүрт миллионлы республика, кешеләр йәшәй, балалар мәктәпкә йөрөй, ковид бер ҡайҙа ла китмәне, халҡыбыҙ тыныс, уңайлы йәшәһен һәм һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен өсөн республиканың нормаль эшләүен тәьмин итергә тейешбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

"Беҙ Президентыбыҙҙы тулыһынса хуплайбыҙ""Беҙ Президентыбыҙҙы тулыһынса хуплайбыҙ"
"Беҙ Президентыбыҙҙы тулыһынса хуплайбыҙ"

«Үҙебеҙҙең идара итеү командаһы менән Президенттың Украинала махсус хәрби операция уҙғарыуын һис һүҙһеҙ хуплайбыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

«23 февралдә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын таныу йәһәтенән үҙ позициябыҙҙы аныҡ белдерҙек. Ҡораллы көстәр үҙ бурысын башҡарып сығыр тип ышанам, улар өсөн дә ныҡ борсолабыҙ, әлбиттә. Республикабыҙҙа дүрт миллион кеше йәшәй, балалар мәктәпкә йөрөй, ковид юҡҡа сыҡманы. Халҡыбыҙ тыныс, уңайлы шарттарҙа йәшәһен, һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен өсөн республиканың яҡшы эшләүен тәьмин итергә тейешбеҙ. Барыһынан да шуның менән шөғөлләнеүҙәрен һорайым. Шуға бәйле шәмбе көндө хөкүмәт премьер-министрына аналитик эш үткәрергә һәм иҡтисад өлкәһендә килеп тыуыу ихтималлығы булған ауырлыҡтарға әҙерләнергә ҡуштым», — тине Радий Хәбиров.

Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, хөкүмәт ултырышында Көнбайыштың санкциялар сәйәсәтенә бәйле хәлдең ҡатмарлашыу ихтималлығына ҡағылышлы бер нисә йүнәлеш билдәләнде.

«Бөтә социаль йөкләмәләрҙе тейешенсә үтәргә әҙербеҙ, граждандарыбыҙ һис ниндәй ауырлыҡтар тоймаҫ», — тине Андрей Назаров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас