Автомобиль сәнәғәтендә халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн 21 млрд һум самаһы аҡса бүленәсәк. Был турала кисә дәүләт башлығының автопром үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса журналистарға РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров хәбәр итте.
"Ағымдағы йылға килгәндә, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн 20,7 млрд һум аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тәү сиратта, ул автокредитлауҙы яңынан башлауға - 10,2 млрд һум, 4,9 млрд һум – ташламалы лизингка, 2,6 млрд һум - электр транспортына ташламаларға һәм газомотор техникаға 3,3 млрд һум бүлергә", - тип хәбәр итте министр.
Рәсәй президенты Владимир Путин "халыҡҡа ярҙам сараларын ҡәтғи асыҡлау өсөн, шул иҫәптән алдағы өс йылға", ике ай эсендә автопром үҫеше стратегияһын яңыртырға ҡушты, тип белдерҙе Мантуров.
Р.ЙӘЛИЛЕВА.