Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәйәсәт
12 Июль 2022, 12:57

Рөстәм Миңнеханов хәҙер президент түгел

Дәүләт Советында Рөстәм Миңнехановтың вазифаһын алмаштырҙылар. Хәҙер ул Татарстан Республикаһы президенты түгел. 

Рөстәм Миңнеханов хәҙер президент түгелРөстәм Миңнеханов хәҙер президент түгел
Рөстәм Миңнеханов хәҙер президент түгел

Әлегә тиклем Татарстан Республикаһы Рәсәй Федерацияһының етәксеһе президент булып һаҡланған берҙән бер субъект булып һанала ине. 1 июндән башлап "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙ идараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы закон көсөнә инде, уның буйынса субъектты етәкләүсе шәхесте президент тип атау тыйылды.
Ғөмүмән алғанда, Татарстандың Дәүләт советы депутаттары был законды тыңлауҙар барышыныда уҡ хупламағайны. Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңнеханов үҙе лә, закон ҡабул ителгәндә республиканың фекерен ишетмәнеләр, шулай ҙа закон үтәлеше яҡлы булған республика уны үтәйәсәк тип, белдерҙе.

Тейешле указға Владимир Путин ҡул ҡуйған, документ дәүләт порталында баҫтырылған.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас