Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәйәсәт
14 Июль 2022, 08:30

Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осрашты

13 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осрашты. Көн тәртибендә - халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре. Башҡортостан Башлығы сәләмләү һүҙендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең юғары потенциалын билдәләне.

Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осраштыРадий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осрашты
Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осрашты

- Башҡортостанда Абхазия делегацияһын ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Һеҙ беҙҙең өсөн - ауыр ваҡыттарҙы лайыҡлы үткәргән туғандаш халыҡ. Мөнәсәбәттәребеҙҙең нигеҙе - ул үҙ-ара ярҙам һәм дуҫлыҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Республикабыҙға килеү һеҙгә күп яңы идеялар бирер, тип ышанам. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ, ауыл хужалығы һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек өсөн юғары потенциал күрәбеҙ. Һеҙҙең визит дуҫлыҡты нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр булдырырға ярҙам итер, тип ышанам.

Аслан Бжания төбәк етәкселегенә Абхазия халҡына ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Беҙҙең өсөн ауыр ваҡытта Башҡортостан иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы, - тине Аслан Бжания. - Беҙ һеҙҙең ярҙамығыҙҙы әле лә тоябыҙ. Йыл һайын йәштәребеҙ һеҙҙең юғары уҡыу йорттарында белем ала. Хеҙмәттәшлектең башҡа йүнәлештәрен дә өйрәнергә әҙербеҙ.

Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас