

Бойороҡ июлдә «Дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттән файҙаланыуҙы тәьмин итеү тураһында»ғы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләнгән. Хәҙер дәүләт органдары үҙҙәренең эшен күрһәтеү өсөн социаль селтәрҙәрҙә рәсми сәхифәләр булдырырға бурыслы. Һүҙ уҙғарылған саралар тураһында отчеттар, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса комментарийҙар, көнүҙәк бәйләнеш мәғлүмәттәре хаҡында бара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың власть органдары, ведомстволар һәм муниципалитеттар етәкселәре бер нисә йыл дауамында был күрһәтмәне арттырып үтәй. Әйтәйек, «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәренән тыш, улар телеграм-каналдар алып бара.
Башинформ.