Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәйәсәт
4 Октябрь 2022, 10:27

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Денис Шишовтан гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт хаты алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 76-сы гвардия десант-һөжүм итеү дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, полковник Денис Шишовтан рәхмәт хаты алды.

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Денис Шишовтан гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт хаты алдыРадий Хәбиров Рәсәй Геройы Денис Шишовтан гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт хаты алды
Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Денис Шишовтан гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт хаты алды

Уны республика етәксеһенә Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында тапшырҙы.

Радий Хәбиров ойошҡанлы гуманитар ярҙам күрһәткәне өсөн юғары иғтибар билдәһенә лайыҡ булды, тип билдәләнә хатта.

«Егеттәребеҙ үҙ бурысын үтәһен, һау-сәләмәт хеҙмәт итһен. Ә беҙ уларға ярҙам итербеҙ. Иң мөһиме — иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар», — тине республика етәксеһе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас