Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ноябрь 2022, 11:12

«Өфө» һыу аҫты кәмәһе Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты составына инде

Санкт-Петербургта «Адмиралтейские верфи» предприятиеһында 636.3 «Өфө» проектының ҙур дизель-электр һыу аҫты кәмәһендә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флагын күтәреү тантанаһы уҙҙы.

«Өфө» һыу аҫты кәмәһе Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты составына инде
«Өфө» һыу аҫты кәмәһе Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты составына инде

«Март айында беҙ субмаринаны һыуға төшөрөү сараһында ҡатнаштыҡ. Ә бөгөн, тейешле һынауҙарҙы үткәндән һуң, унда Андреев флагын күтәрҙеләр. Тиҙҙән һыу аҫты кәмәһе Тымыҡ океан флотына хеҙмәт итергә ебәрелә. Республикабыҙ өсөн был — оло хөрмәт. Әлеге сара минең өсөн дә оло әһәмиәткә эйә. Өлфәт Мансур улы Мостафиндың һыу аҫты кәмәһенә Башҡортостандың баш ҡалаһы исеме бирелһен өсөн етди эш башҡарғанын беләһегеҙ. Республиканың данлы диңгеҙ тарихы, флотта хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙың исеме менән бәйле изге традициялары бар  «Өфө» экипажына мотлаҡ ярҙам итербеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

«Беҙ Тымыҡ океан флотына барасаҡ тағы бер хәрби берәмекте ҡабул итәбеҙ. Был проекттың һыу аҫты кәмәләре үҙҙәренең ышаныслы булыуын раҫланы. Ҡара һәм Урта диңгеҙҙә, шулай уҡ Арктикала ҡуйылған бурыстарҙың уңышлы юашҡарып сығыу уларҙың юғары хәрби сифаттарын иҫбатланы. Беҙҙең флот бөгөн тағы бер һыу аҫты кәмәһе — «Өфө» субмаринаһы менән тулыланды», — тине тантана барышында Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы Николай Евменов.

Башинформ.

«Өфө» һыу аҫты кәмәһе Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты составына инде
«Өфө» һыу аҫты кәмәһе Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты составына инде
Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: