

Мөһим мәғлүмәт еткерә
Хәмиҙулла Ғәлиев 1985 йылдың май айында Афғанстан һуғышына китә. Ул 1985-1987 йылдарҙа Газни ҡалаһынан Кандагарға тиклем хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, профессиональ хәрби, өлкән прапорщик дәрәжәһен ала. Уның хәрби подразделение бурысына дошмандың тауҙарҙағы ҡорал складтарын юҡ итеү инә.
– Ҡабулдан 155 саҡырым алыҫлыҡта Газни тигән ҡалаға барып төштөк, – тип хәтерләй һуғыш йылдарын яугир. – Афғандар беҙҙе рус булһынмы, татармы, башҡортмо – “шурави” тип йөрөттөләр. Ул саҡта буласаҡ атаҡлы генерал Лев Яковлевич Рохлин полк командиры ине. Стәрлетамаҡ егете Вадим Жилкин батарея командиры булды. Уның батареяһында йәшәнем, – тип һөйләй Хәмиҙулла Хафиз улы. Ул унда артиллерия корректировкалаусыһы булып хеҙмәт итә. Топограф була. Дошмандың ҡайҙа икәнлеген рация аша шифр менән тапшыра, ә ошо мөһим мәғлүмәтте беҙҙең һалдаттар артабан дошманды юҡ итеү өсөн ҡуллана.
Һуғыш яраларһыҙ булмай, Хәмиҙулла Ғәлиев та еңелсә яралана. Афған һуғышынан ул 1987 йылдың июнь айында ғына әйләнеп ҡайта.
Бер икмәкте бүлешеп ашаһаҡ та...
– Украиналағы махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәр һөйләүе буйынса, хәҙерге махсус хәрби операция, Афған һуғышы менән сағыштырып ҡарағанда, күпкә ҡатмарлыраҡ һәм ауыр, – тип дауам итә ветеран һүҙен. – Фәнни-техник процесс бер урында ғына тормай. Ул саҡта хәҙерге һымаҡ сымһыҙ беспроводниктар ҙа, дрондар ҙа юҡ ине. Әлеге махсус операцияла дошмандың ҡайҙалығын дрондар ярҙамында асыҡлайҙар.
Әммә ниндәй генә замандар булһа ла – ул саҡта ла, әле лә егеттәребеҙҙең ҡыйыулығын, Тыуған ил өсөн ҡалҡан булып яуға күтәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
– Беҙҙең халыҡ берҙәм. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында беҙ “Барыһы ла – фронт өсөн, барыһы ла – Еңеү өсөн” тигән девиз менән йәшәнек. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында беҙҙең “Игенселәр” колхозы халҡы йыйылышып, хатта самолет һатып алып фронтҡа ебәрә. Быйыл Бүреҡаҙған ауылына нигеҙ һалыныуға 310 йыл тула. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы иҫтәлегенә ауылға ингән ерҙә самолет макеты ҡуйырға йыйынабыҙ.
Илебеҙ тарихына күҙ һалһаҡ, мең йыллыҡ Рәсәй тарихында йөҙ йыл ғына һуғыш булмаған. Афған һуғышы, Чечен һуғышы, һис уйламағанда Украина менән килеп сыҡҡан махсус операция... Иң яҡын дуҫ булып, бер телем икмәкте бүлешеп ашаған украин халҡы кинәт кенә дошманға әйләнде. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит был. Мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоштар тиҙерәк туҡтатылһын ине, – ти ветеран-яугир илебеҙ яҙмышы өсөн борсолоп. – Беҙҙең ресурстар бай. Ер күп, ер аҫты байлыҡтарыбыҙ, ер өҫтө байлыҡтарыбыҙ күп. Шуға ла башҡа илдәрҙең беҙгә күҙҙәре ҡыҙа...
Уңалырмы яралар?
Эйе, ниндәй генә һуғыш булмаһын, бер һуғыш та ҡорбандарһыҙ булмай, бер һуғыш та эҙһеҙ үтмәй. Был ҡурҡыныс хәтирәләр меңәрләгән әсә һәм һалдат йөрәгендә уңалмаҫ яра булып һаҡлана.
Беҙ ошо яуҙарҙың михнәтен һәм ғазабын кисергән ил батырҙарын хөрмәтләргә, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың исемдәрен йышыраҡ иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Илебеҙ өсөн баштарын һалған ошо ябай һалдаттарҙың исеме беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәйәсәк, улдарын юғалтҡан ата-әсәләрҙең, аталарын юғалтҡан балаларҙың күңеленән бер ҡасан да юйылмаясаҡ.
Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күргән беҙҙең атай-әсәйҙәр “Беҙ күргәнде – һеҙгә күрергә яҙмаһын, балалар” тип кенә әйтә инеләр. Инде беҙ хәҙер үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙға һуғыш ғәрәсәттәрен, аслыҡ-яланғаслыҡты, етемлекте күрергә яҙмаһын тип теләйбеҙ.
Роза САФИНА.
Фотолар Х.Ғәлиевтың шәхси архивынан алынды.