

Был йәһәттән шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: хәҙер һәр яугирҙың үҙ социаль ярҙамсыһы буласаҡ, улар һалдаттың йәки офицерҙың мәсьәләһен онлайн рәүештә хәл итергә тейеш буласаҡ. Бынан тыш хәрби операцияла ҡатнашыусылар ярты йыл һайын мотлаҡ 14 көнгә отпуск ялына ҡайтырға тейеш. Уҡырға ингәндә, карьера үҫешендә лә һәр ваҡыт терәк булырға тейеш, тине Президент.