Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәйәсәт
21 Февраль 2023, 10:48

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһай

Әлеге минуттарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Әлибиттә әлеге сәйәси шарттарҙа үҙәк тема булып махсус хәрби операция барышы алынған. Шулай уҡ президент илебеҙҙең иҡтисады, оборонаға әҙерлек, хәүефһеҙлек, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү йүнәлешендәге мәсьәләләр буйынса ла һөйләп үтәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһайРәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһай
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһай

Ғәҙәттәгесә ҙур сарала саҡырылған ҡунаҡтар, сәйәсмәндәр, журналистар була, башҡа йылдарҙан айырмалы быйыл  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырылған. Рәсәй президентының матбуғат-секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә мөрәжәғәтнамә өс сәғәт тирәһе дауам итәсәк.

Тура трансляция төп телеканалдарҙа һәм интернет селтәрендә тура эфирҙа тапшырыла.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә былтыр Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаманы, ваҡиғаларҙың көслө динамикала ағылыу был сараны кисектереп торорға мәжбүр иткән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһай
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһай
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас