

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам тураһында
Махсус хәрби операция ве- терандарына һәм унда һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам төрҙәрен ойоштороу менән махсус дәүләт фонды шөғөл-ләнәсәк. Ул «берҙәм тәҙрә» алымында эшләйәсәк. Һәр һәләк булған яугирҙың ғаиләһенә һәм һәр ветеранға айырым социаль хеҙмәткәр беркетеләсәк, тап ул килеп тыуған һорауҙарҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Башҡортостанда әле үк шундай структура төҙөлә башлағайны. Февраль уртаһында ошондай тәүге үҙәк Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылды. Радий Хәбиров тиҙ арала Өфөлә, Нефтекамала, Сибайҙа ла тейешле бина табып, үҙәктәр асырға ҡушты.
Барлыҡ хәрбиҙәр, ирекмәндәр һәм мобилизацияланғандар ике аҙналыҡ ялға хоҡуҡлы. Ул ярты йылға бер тапҡыр бирелә, юлға киткән ваҡыт иҫәпкә алынмай.
Рәсәй стратегик һөжүм ҡорал-ланыуы тураһындағы килешеүҙә үҙенең ҡатнашлығын туҡтатып тора.
Украиналағы конфликт тураһында
Рәсәй проблеманы тыныс юл менән хәл итергә тырышты һәм эшлекле һөйләшеүгә әҙер ине, әммә йәшерен рәүештә башҡа төрлө сценарий әҙерләнде. Донбасс ут эсендә булғанда, унда ҡан ҡойолғанда, Рәсәй тыныс килешеүгә ынтылғанда улар кеше яҙмыштары менән уйнаны.
Көнбайыш, Рәсәй менән көрәшеп, йәмғиәтте тотороҡһоҙландырырға һәм тарҡатырға теләй. Ул үҙ ватанын күрә алмаған һәм аҡса өсөн бөтә нәмәне һатырға әҙер булған һатлыҡйән-националдарға таяна.
Социаль түләүҙәр тураһында
Граждандарға бушлай газ үткәреү программаһының ваҡыт сикләүе бөтөрөлә.
2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы 18,5 процентҡа арттырыла. Хәҙер ул, район коэффициентын иҫәпкә алып, 23389 һум тәшкил итәсәк.
Балаларҙың уҡыуына социаль һалым ҡайтармаһы – 50 меңдән 110 мең һумға, үҙеңдең уҡыуыңа, дарыуҙар алыуға киткән сығымдарға 120 меңдән 150 мең һумғаса арттырыла. Шулай итеп, һалым ҡайтармаһы суммаһы 14,3 һәм 19,5 мең һумғаса етәсәк.
Ирекле пенсия йыйымдары банк вкладтары кеүек страховкаланасаҡ, әммә ике тапҡыр күберәк суммаға – 2,8 миллион һумға тиклем.
Мәғариф һәм фән
Рәсәй юғары белемле белгестәр әҙерләүҙә элекке системаға әйләнеп ҡайта. Уҡыу ваҡыты 4 йылдан 6 йылғаса тәшкил итәсәк. Әгәр өҫтәмә әҙерлек, тар йүнәлештәр буйынса уҡыу талап ителһә, белем алыуҙы магистратурала йәки ординатурала дауам итергә мөмкин буласаҡ. Аспирантураны һөнәри белем биреүҙең айырым кимәленә сығаралар. Әлеге мәлдәге студенттар уҡыуын ғәмәлдәге программалар буйынса дауам итәсәк. Бығаса бирелгән дипломдар ғәмәлдә буласаҡ.
Алдағы биш йылда эшсе һөнәрҙәр буйынса миллионға яҡын белгес әҙерләү бурысы тора, сөнки техникум һәм колледждарҙы тамамлаусыларға ихтыяж ҙур.
Йәштәр Рәсәй хаҡында, уның данлы тарихы, мәҙәниәте һәм традициялары тураһында мөмкин тиклем күберәк белһен өсөн мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында гуманитар фәндәргә, тәү сиратта – тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт, география фәндәренә иғтибарҙы арттырыу күҙ уңында тотола.
Йәш ғалимдарға тәғәйен торлаҡ- ты финанслау күләме арттырыла.
Иҡтисадтың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында
Көнбайыш Рәсәй иҡтисадының 25 процентҡа түбән төшөүен күҙалланы, ә ысынбарлыҡта тулайым эске продукт 2,1 процентҡа ғына кәмене. Торлаҡты сафҡа индереү күләме тәүге тапҡыр 100 миллион квадрат метрҙан артты, аграрийҙар 150 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ, шул иҫәптән 100 миллион тоннанан ашыу бойҙай йыйып алды – был рекордлы күрһәткес. Эшһеҙлек кимәле коронавирусҡа тиклемге осорҙан да түбәнерәк – 3,7 процент. Башҡортостан өс миллион квадрат метр торлаҡ һәм биш миллион тонна иген тапшырыуға өлгәште. Был һандар ҙа беҙҙең өсөн рекорд. Республикала рәсми теркәлгән эшһеҙлек күрһәткесе – 2,8 процент.
Владимир Путин эшҡыуарҙарҙы «Тыуған ил менән бергә булырға, үҙ ватандаштарың өсөн эшләргә» саҡырҙы. «Яңы предприятиелар асыу менән бер рәттән үҙ ауылыңдағы, ҡалаңдағы, илеңдәге тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, шуның менән кешеләр рәхмәтен яуларға кәрәк», тине. Ундай эшҡыуарҙар беҙҙә күп. Путин белдереүенсә, ватан бизнесының киләсәге тап уларға бәйле, сөнки именлек һәм мул тормош сығанаҡтары тик үҙебеҙҙә – тыуған еребеҙҙә, Рәсәйҙә булырға тейеш.
«Илдең ябай кешеләре араһынан бер кем дә сит ил банктарында аҡсаһы янған, шундағы яхталарынан, һарайҙарынан ҡолаҡ ҡаҡҡан кешеләрҙе йәлләмәне. Үҙ-ара аралашҡанда кешеләр, моғайын, 90-сы йылдарҙағы хо- сусилаштырыуҙы – тотош ил менән төҙөлгән предприятиеларҙың арзан хаҡҡа айырым кешеләрҙең ҡулына күсеүе, күҙ асып йомғансы байыған яңы элиталар тураһында иҫкә алғандарҙыр», – тине Президент.
Президент Енәйәт кодексының иҡтисади енәйәттәр буйынса ҡайһы бер нормаларын киренән ҡарарға һәм быға ҡағылышлы закондарҙы йомшартыуға йүнәлеш алырға тәҡдим итте.
Быйыл сентябрҙәге урындағы һәм төбәк органдарына һәм килә- һе йылдағы президент һайлауҙа- ры ҡәтғи рәүештә закон талаптары- на, демократия һәм конституция процедураларына ярашлы үт- кәреләсәк.