Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Март 2023, 10:59

Тегеранда Башҡортостан Башлығы Рәсәй дипломаттары менән осрашты

Башҡортостан делегацияһының Иранға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рәсәй Федерацияһының Ирандағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Алексей Дедов һәм Рәсәйҙең сауҙа вәкиле Рөстәм Йыһаншин менән осрашты.

Тегеранда Башҡортостан Башлығы Рәсәй дипломаттары менән осрашты
Тегеранда Башҡортостан Башлығы Рәсәй дипломаттары менән осрашты

«Мөнәсәбәттәребеҙҙең төбәк аспекты мөһим роль уйнай. Рәсәй менән Иран араһында бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу менән бер рәттән төбәктәр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙур әһәмиәткә эйә була бара», — тине Алексей Дедов. Әле Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн территориялар билдәләнә, хәбәр итте ул. Улар иҫәбендә — ғәйәт ҙур сәнәғәт һәм фәнни ҡеүәткә эйә булған Меркези провинцияһы.

Илсе менән әңгәмәлә республика Башлығы Башҡортостандың рәсми делегацияһының сәфәре барышында Иран партнерҙары менән үҙ-ара эш итеүҙең перспективалы йүнәлештәрен билдәләүҙәрен әйтте.

«Эшлекле бәйләнештәрҙең яҡшы булыуы менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Бында экспорт, импорт, үҙ-ара эш итеү өсөн тағы бер үҫеш нөктәһе таптыҡ тип ышанам», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең дипломатик миссияһы етәксеһе менән Иран Ислам Республикаһы менән хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшерҙе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: