

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан Мәңгелек ут һәйкәле янында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм Стәрлетамаҡ буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Евгений Егоров мәктәп уҡыусыларына тантаналы рәүештә паспорт тапшырҙылар.
Данлы һәм күркәм байрам алдынан ҡалабыҙҙың бар яҡлап та уңған 15 уҡыусыһына паспорт тапшырыу осраҡлы түгел. Улар уҡыуҙа , спортта, мәктәптең һәм ҡаланың йәмәғәтселек тормошонда үҙҙәрен алдынғы һәм һәләтле булараҡ танытҡандар. Рөстәм Фәрит улы уҡыусыларҙы тормоштарындағы мөһим көн менән ҡотланы һәм маҡсатҡа ирешеү юлдарында уңыштар теләне.
- Илһөйәр булығыҙ, илебеҙ тарихы менән ғорурланығыҙ һәм бер ваҡытта ла илебеҙ тарихын боҙорға юл ҡуймағыҙ , - тине Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов.
Паспорт менән бергә уларға Рәсәй федерацияһы Конституцияһы брошюраһы ла тапшырылды.
- Рәсәй Федерацияһы гражданы булыу һеҙгә яуаплылыҡ та өҫтәй, паспортты юғалтҡан өсөн йәки эшлектән сығарған өсөн дә һеҙ яуаплы , шуға күрә тормошоғоҙҙағы төп таныҡлыҡты күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлағыҙ,- тине Евгений Сергеевич Егоров.
Ысынлап та, беҙҙең ҡаршыбыҙҙа ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәге булырҙай 15 йәш үҫмер баҫып тора бит…
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.