Ашҡаҙар
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Декабрь 2023, 11:24

Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырырға тәҡдим итте

27 декабрҙә Мәскәүҙә Дәүләт советы ултырышы уҙҙы. Уны Рәсәй президенты Владимир Путин үткәрҙе. Кәңәшмә Уҡытыусы һәм остаз йылын йомғаҡлауға арналды. Дәүләт башлығы «Йыл остазы» тигән йыллыҡ премия булдырырға тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырырға тәҡдим итте
Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырырға тәҡдим итте

«Биш йыл элек «Остазлыҡ өсөн» махсус билдәһен булдырҙыҡ. Мин «Йыл остазы» премияһын да булдырырға тәҡдим итәм. Илдең барлыҡ төбәктәре  остаздарҙың абруйын һәм статусын күтәреү өсөн аныҡ аҙымдар яһарға тейеш», - тине Владимир Путин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-28/r-s-y-prezidenty-yyl-ostazy-premiya-yn-buldyryr-a-t-dim-itte-3585160

 

Автор:
Читайте нас: