Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Ғинуар , 09:05

Башҡортостанда «Фән осоро» башлана

Президент Владимир Путин 2022-2031 йылдарҙы Фән һәм технологиялар ун йыллығы тип иғлан итте. Был иһә йәмғиәт һәм ил үҫешенең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүҙә фәндең һәм технологияларҙың ролен көсәйтеүгә йүнәлтелгән инициативалар, проекттар һәм саралар комплексы.

Башҡортостанда «Фән осоро» башлана
Башҡортостанда «Фән осоро» башлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, мәғарифҡа һәм фәнгә әүҙем өлөш индергән илдәр һәм төбәктәр үҫешендә алға китеш күҙәтелә. Башҡортостан тап ошондай юлды һайланы. Республикала өсөнсө йыл инде донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге уңышлы эшләп килә. 2023 йылда ул илдең ошондай үҙәктәре араһында лидер тип танылды. Башҡортостанда президент ҡушыуы буйынса һәм «Фән һәм университеттар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә вуз-ара кампус төҙөлә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы республика ғалимдарының ҡаҙаныштарын әүҙем яҡтыртыуҙы, уларҙың эштәрен популярлаштырыуҙы бик мөһим тип иҫәпләй. Ошо маҡсатта «Фән осоро» тигән яңы проект башлайбыҙ. «Башинформ» сайтының махсус бүлегендә ғалимдарыбыҙҙың ҡаҙаныштары, уларҙың асыштарын һәм эштәрен популярлаштырыу хаҡында мәҡәләләр баҫыласаҡ. Проект сиктәрендә мәктәптә үк фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн шарттар булдырыуҙары хаҡында һөйләрбеҙ. Әйтәйек, мәктәп кимәлендә инициативалы бюджетлау проекттары, йәштәр башланғыстары акселераторҙары тормошҡа ашырыла, мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың һөнәри компетенцияларын үҫтереү өсөн предуниверсарийҙар булдырыла, ә Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған һәм Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына ингән сығарылыш уҡыусыларына премиялар бирелә. 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-29/bash-ortostanda-f-n-osoro-bashlana-3587011

 

Автор:
Читайте нас: