Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Июль , 13:21

Башҡортостан федераль кимәлдә юғары баһаланды

“Незыгарь” федераль телеграм-каналы “2024 йылдың беренсе яртыһында төбәк дәүләт идаралығы: һөҙөмтәлелекте баһалау” тигән яңы аналитик доклад баҫтырып сығарҙы. Авторҙар Башҡортостанды юғары һөҙөмтәле идара итеүсе субъекттар иҫәбенә индереп, төбәктәрҙең идара итеүсе командалары эшенең һөҙөмтәлелек рейтингын тәҡдим итте һәм социаль-иҡтисади хәлдең артабанғы үҫешенә прогноз яһаны.

Башҡортостан федераль кимәлдә юғары баһаланды
Башҡортостан федераль кимәлдә юғары баһаланды

Башҡортостан федераль кимәлдә юғары баһаланды

“Незыгарь” федераль телеграм-каналы “2024 йылдың беренсе яртыһында төбәк дәүләт идаралығы: һөҙөмтәлелекте баһалау” тигән яңы аналитик доклад баҫтырып сығарҙы. Авторҙар Башҡортостанды юғары һөҙөмтәле идара итеүсе субъекттар иҫәбенә индереп, төбәктәрҙең идара итеүсе командалары эшенең һөҙөмтәлелек рейтингын тәҡдим итте һәм социаль-иҡтисади хәлдең артабанғы үҫешенә прогноз яһаны.

Эксперттар докладта төбәктәрҙә социаль-иҡтисади климатты билдәләүсе төрлө факторҙар комплексын анализланы. Улар араһында – сәйәси идара итеү, субъекттарҙа элита эсендәге мөнәсәбәттәр, төбәктең сәйәси элитаһының көн тәртибенә махсус хәрби операцияға йәлеп ителеүсәнлеге, коррупцияға ҡаршы көрәш һ.б. Бынан тыш, рейтинг төбәктәрҙәге социаль-иҡтисади процестарҙы һәм резонанслы кейстарҙы анализлауға нигеҙләнгән. Ошо критерийҙарҙан сығып, дәүләт идара итеүенең һөҙөмтәлелеге 10 баллы шкала буйынса баһаланған. Башҡортостан бөтәһе 8 балл йыйып, юғары идара итеү һөҙөмтәлелегенә эйә булған төбәктәр төркөмөнә инде. Рейтингтың абсолют лидеры тип 9,5 балл алған Мәскәү танылды. Рейтингтың аутсайдеры – Коми Республикаһы (1 балл), ә Волга буйы федераль округы төбәктәренән – Сыуашстан (2 балл). Рейтингка Рәсәйҙең яңы төбәктәре инмәгән, сөнки был субъекттарҙағы хәрби-сәйәси хәл әлегә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән бер рәттән уларҙы баһаларға мөмкинлек бирмәй.

Рейтингта лидер төбәктәр төркөмө нығынған да инде, тип билдәләй эксперттар. 2023 йылда “Незыгарь” Башҡортостанды төбәктәрҙең иҡтисади яраҡлашыусанлығы буйынса лидерҙар иҫәбендә (республика тәүге өсәү иҫәбенә инде) атаны. Яңы рейтингта, беҙҙең республика һәм баш ҡаланан тыш, Санкт-Петербург, Ленинград, Түбәнге Новгород өлкәләре һәм башҡалар, бөтәһе 12 төбәк, юғары һөҙөмтәлеләр иҫәбенә инде.

Аналитиктар билдәләүенсә, Башҡортостанға һәм уның менән бер төркөмдә булғандарға федераль кимәлдә һиҙелерлек ярҙам, етәкселәрҙең һәм уларҙың командалары ағзаларының лоббист мөмкинлектәре, социаль-иҡтисади үҫештең күп кенә параметрҙары, шул иҫәптән йәшәү сифаты буйынса алдынғы позициялар хас.

“Идара итеү һөҙөмтәлелеге күп осраҡта субъекттарҙың социаль-иҡтисади ҡеүәте менән бәйләнгән. Рейтингта лидер төбәктәрҙең күбеһе социаль-иҡтисади үҫештең күп параметрҙары, шул иҫәптән халыҡтың йәшәү сифатына ҡараған йәһәттән алдынғы урындарҙы биләй”, - тиелә докладта.

Был тезис Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен асыҡ һүрәтләй. Атап әйткәндә, республика һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция йәлеп итеүсәнлегенең милли рейтингында тотороҡло юғары позициялар күрһәтә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республика йәнә позицияларын яҡшыртты һәм өсөнсө урынды алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Башҡортостан иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 7,6 процентҡа артып, 620 миллиард һумға етте. 2019 - 2023 йылдарҙа инвестиция ағымының үҫеше 52,9 процент тәшкил иткән. Бөгөн республикаға аҡса һалырға теләгәндәр өсөн ҡаршылыҡтар юҡ тиерлек, был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп тапҡыр телгә алды.

“Эштең әлеге этабында эшҡыуарҙарҙы нимә ҡәнәғәтләндермәүен аңлау өсөн былтыр беҙ күләмле һорау алыу үткәрҙек. Анализ йомғаҡтары буйынса күпселек бюрократик талаптар бөтөрөлдө. Һәм бөгөн өҫтөнлөклө проект статусын алыу өсөн инвесторға теләктәре тураһында декларация әҙерләү ҙә етә”, – тине Радий Хәбиров ПМЭФ-2024-тә.

2024 йылдың йәйендә беҙҙә 360-тан ашыу өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 854 миллиард һум тәшкил итә, ошо сәбәпле 34 меңдән ашыу эш урыны булдырылған.

Бер нисә йыл дауамында сәнәғәт производствоһы индексы дөйөм Рәсәйҙекенән тотороҡло арта бара. 2024 йылдың ғинуар-апрелендә ул Башҡортостанда уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 107,8 процент тәшкил иткән (Рәсәй буйынса уртаса – 105,2 процент). Эксперттар үҫешкән нефть-газ секторын ошондай үҫештәге ҡеүәтле драйверҙарҙың береһе тип атай.

Йылдан-йыл Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының йәшәү сифаты рейтингында ышаныслы күтәрелә. Әгәр 2021 йылда ул 40-сы, 2022 йылда 25-се урында булһа, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 12-се урынды алды һәм рейтингта алдынғылар иҫәбенә инде.

Белгестәр лидер төбәктәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүенә ҙур иғтибар бүлеүен ыңғай баһалай. Башҡортостан бында әүҙем позиция биләй. Республиканан МХО биләмәһенә даими рәүештә гуманитар йөктәр оҙатыла, Башҡортостан яугирҙәренә муниципалитеттар, эшҡыуарҙар һәм республиканың битараф булмаған кешеләре ярҙам ебәрә. Район һәм ҡала етәкселәре, республика чиновниктары һәм Радий Хәбиров үҙе лә – махсус хәрби операция зонаһында йыш ҡунаҡтар, улар һүҙ һәм эш менән Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итергә тырыша. Республикаға ҡайтҡан яугирҙәрҙе йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп итәләр, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына киң ярҙам саралары күрһәтелә. Шуныһы ла бик мөһим: Башҡортостандың сәйәси элитаһы вәкилдәре – чиновниктар, төрлө кимәлдәге депутаттар үҙҙәре лә әле МХО биләмәһендә хәрби бурыстар үтәй.

Апрелдә Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу барышында уға республиканы үҫтереү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Президент республиканың МХО-ға иғтибары кимәлен, төбәктең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген, торлаҡ төҙөлөшөнөң юғары темптарын, юғары белемгә, фәнгә булышлыҡ итеүҙе һәм башҡа социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы юғары баһаланы һәм Хәбировтың 2024 йылдың сентябрендә төбәк Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу ниәтен хупланы.

Алдынғы төбәктәр үҫешенең башҡа мөһим факторҙары араһында эксперттар уларҙың төбәк етәкселәренең лоббист мөмкинлектәрен айырып билдәләй. Был йәһәттән дә Радий Хәбировтың тәжрибәһе ыңғай һәм юғары баһаланды.

Шул уҡ ваҡытта аналитиктар юғары һөҙөмтәле төбәктәргә төрлө хәүефтәр ҙә янай ти, улар араһында элита эсендәге конфликттарҙы, коррупцияға ҡаршы тикшереүҙәрҙе атайҙар. Башҡортостанда был факторҙар, атап әйткәндә, 2024 йылдың ғинуарында Баймаҡта булған ваҡиғалар менән сағылыш тапты. Ул ваҡытта шул иҫәптән сит илдәрҙән йүнәлтелгән деструктив көстәр республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырырға тырышты. Ошо уҡ рәттә республикала коррупцияға ҡаршы алып барылған көрәш сиктәрендә ҡайһы бер чиновниктарға ҡарата асылған енәйәт эштәре бар. Хәйер, был ваҡиғалар арҡаһында ниндәйҙер резонанс тиҙ арала юҡҡа сыҡты һәм республика ҡәҙимге тормош менән йәшәүен дауам итә.

Баһаланған критерийҙар араһында торлаҡ-коммуналь хужалығы проблемаһы ла бар. Был йәһәттән Башҡортостан аныҡ эш алып бара, быйылғы йылытыу миҙгеле сағыштырмаса тигеҙ үтте. Авария хәлдәре килеп сыҡһа ла, улар тиҙ арала хәл ителде.

Ғөмүмән, беҙҙә халыҡты борсоған проблемаларҙы тиҙ һәм әүҙем хәл итергә тырышалар. Бының сағыу миҫалы – “яңғырауыҡлы юлдар”ҙы ремонтлау программаһы. Ағымдағы йылда ошо маҡсатҡа 4,88 миллиард һум бүленгән. Республикала 2019 йылдан ғәмәлгә ашырылған “Башҡортостан ихаталары” программаһы ысын мәғәнәһендә халыҡ программаһына әүерелде. Ошо ваҡыт эсендә 1326 йорт яны биләмәһе төҙөкләндерелгән, ағымдағы йылда 33 муниципалитетта тағы 143 йорт яны биләмәһе төҙөкләндерелә. Ихаталарҙы төҙөкләндереүгә һорау элеккесә ҙур, шуға күрә был программаның ғәмәли ваҡытын оҙайтырға ҡарар ителде.

Бөгөн Өфө ҙур төҙөлөшкә әүерелде. Әйтәйек, ҡала төҙөкләндерелә, баш ҡаланың 450 йыллығына яңы объекттар төҙөлә, коммуналь инфраструктураға ремонт үткәрелә, шуға бәйле ҡала халҡына ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар кисерергә тура килә, мәҫәлән, урамдарҙы ябыуға бәйле. Өфөнөң 450 йыллығы – ағымдағы йылда иҫтә ҡалырлыҡ республика тормошондағы иң күләмле ваҡиғаларҙың береһелер, моғайын. Ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтергә тейеш, башҡа әһәмиәтле саралар ҙа планлаштырылған. Өфөгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың килеүе көтөлә, уны Радий Хәбиров республикаға саҡырҙы. Өфөнө һәм республиканы ошондай күрһәтеү төбәк өсөн файҙаға ғына булыр, тип иҫәпләй эксперттар.

Дөйөм алғанда, аналитиктар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш перспективаларын ыңғай тип баһалай.

“Төбәк башлыҡтарының алдағы социаль-иҡтисади бурысы – яңы үҫеш тәртибен тәҡдим итергә мөмкинлек биргән белдерелгән стратегик пландарҙы ғәмәлгә ашырыу. Ул киләсәктә социаль-иҡтисади үҫеш темптарын һаҡлауҙы һәм арттырыуҙы күҙ уңында тота”, - тиелә докладта.

Республикала стратегик үҫеш программаһы – “Башҡортостан 3.0” былтыр уҡ әҙерләнә башланы. “Биш йылда эшләнергә тейеш төп параметрҙар бирергә мөмкин. Төҙөргә кәрәк объекттар, беҙгә кәрәкле инвестициялар буйынса аңлау бар, - тип һөйләне был турала Радий Хәбиров бер интервьюһында.

Уның һүҙҙәренсә, был – 2030 йылда республиканың ниндәй буласағын күреү. Программала макроиҡтисади күрһәткестәр, сәнәғәт индексы, инвестициялар индексы, уртаса эш хаҡы һәм башҡалар яҙылған. Программаның социаль өлөшө президент иғлан иткән маҡсатлы күрһәткестәр менән ауаздаш. 

Башҡортостандың уңышы буйынса беҙҙең эксперттар үҙ фекерен белдерҙе.

Рөстәм БАТТАЛОВ, ӨФНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы колледжы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты:

 - Йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын етди фәнни, белем биреү базаһын булдырмайынса хәл итеп булмай.

Башҡортостанда яңы цифрлы технологиялар һәм ғәмәли фән әүҙем үҫешә, артабан фәнни, мәғариф, производство ойошмаларының интеграцияһы артасаҡ.

Уларҙы үҫтереүгә иҫәп тотоп, Башҡортостан ил һәм донъя иҡтисадында алдынғы урындарҙы биләй аласаҡ.

Республикабыҙҙың потенциалын иҫәпкә алып, беҙ Бөтә Рәсәй Федерацияһының уңышлы үҫешенә тон ҡуйырға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем.

Ә Башҡортостан образы 3.0 минең күҙаллауымса, – ул иҡтисади потенциал буйынса үҙенең лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡалған төбәк образы; Рәсәй картаһында үҙенең фәнни-техник эшмәкәрлеген көсәйтә; ғаилә традицияларын нығыта, үҙенең мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлай. Киләсәк Башҡортостаны-йәшәү һәм ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң йәлеп итеүсе төбәктәренең береһе

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: