Форумда ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин йылы сәләмләне. Айырыуса Парламент-ара союз рәйесе Тулия Эксондың килеүен билдәләне.
"Эксон ханым, беҙ һеҙҙең форумда ҡатнашыуығыҙҙа глобаль Көньяҡ, Көнсығыш һәм башҡа илдәрҙең һәм конструктив үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһынған бөтә илдәрҙең закондар сығарыу власы вәкилдәренең ижади партнерлығына булышлыҡ итеү билдәһен күрәбеҙ», тине ул.