Был хаҡта 15 июлдә брифингта Дәүләт Башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Хәүефһеҙлек, һеҙ аңлағанса, аңлайышлы сәбәптәр арҡаһында һәм һеҙ телгә алған ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, шулай көсәйтелгән. Дәүләт Башлығының именлеге тейешле кимәлдә тәьмин ителеүен генә ҡабатлай алабыҙ. Халыҡ — ара эскалацияны һәм көсөргәнешлекте иҫәпкә алып, бөтә нәмә эшләнә, - тине ул, АҠШ Президенты кандидаты Дональд Трампҡа һөжүм итеү фонында күрелгән саралар тураһында һорауға яуап биреп. Аҡ йорттоң элекке башлығына һөжүмдән һуң Путин уның менән бәйләнешкә инмәй, артабан был темаға бәйләнештәр планлаштырылмай, тип аныҡлыҡ индерҙе Кремлдең рәсми вәкиле.