« Шулай уҡ Владимир Путиндың Монголияның бөйөк дәүләт хуралы (парламенты) рәйесе Дашзегвиин Амарбаясгалан һәм Монголия премьер-министры Лувсаннамсрайн Оюун-Эрдэнэ менән әңгәмәләре ҡаралған", – тиелә хәбәрҙә. Яҡтар Рәсәй-Монголия мөнәсәбәттәрен артабан үҫтереү перспективаларын тикшерергә планлаштыра. Улар көнүҙәк халыҡ-ара һәм төбәк проблемалары буйынса фекер алыша. Бынан тыш, ике яҡлы документтарға ҡул ҡуйыу планлаштырыла.