Ашҡаҙар
+8 °С
Ясна
Сәйәсәт
4 Сентябрь 2024, 03:50

Путин Монголияны дуҫ ил һәм союздаш тип атаны

Монголия тиҫтә йылдар дауамында Рәсәйҙең союздашы һәм дуҫ иле булып тора, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Путин Монголияны дуҫ ил һәм союздаш тип атаныПутин Монголияны дуҫ ил һәм союздаш тип атаны
Путин Монголияны дуҫ ил һәм союздаш тип атаны

 

Монголия парламенты рәйесе Дашзэгвин Амарбаясгалан менән осрашыуҙа Рәсәй президенты Монголияны Рәсәйҙең дуҫ иле һәм союздашы тип атаны, ти хәбәр итә ТАСС. "Миңә дуҫ Монголияла булыу бик оҡшай", - тине Путин, парламент спикерына мөрәжәғәт итеп. Ул монгол халҡы менән бергә Халхин – Гол йылғаһындағы дөйөм еңеүҙәрҙе билдәләүгә шат булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Президент билдәләүенсә, Монголия нацизмға ҡаршы көрәштә «Советтар Союзының, Рәсәйҙең тоғро, ышаныслы союздашы булып сыға», һәм бөгөн Рәсәй менән Монголия тиҫтә йылдар дауамында һаҡлаған яҡын, дуҫтарса мөнәсәбәттәр уңышлы үҫешә.

Путин Монголияны дуҫ ил һәм союздаш тип атаны
Путин Монголияны дуҫ ил һәм союздаш тип атаны
Автор:Римма Галимова
Читайте нас