Быға тиклем бүлекте Альбина Бикмәтова етәкләй ине. Бүлек начальнигы итеп Талачев Илья Рустамович тәғәйенләнде. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған, ҡала хакимиәтендә элекке хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизовтың ярҙамсыһы булып эшләне. Аҙаҡ Башҡортостан Хөкүмәте аппаратына хеҙмәт итте. Хәҙер Илья Талачев Стәрлетамаҡҡа ҡайтты һәм йәштәр сәйәсәте бүлеген етәкләйәсәк.
Р.Ғәлимова.