

Әммә, шуға ҡарамаҫтан, «Защитник» контракты буйынса граждандарҙы хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында ир пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә алыу өсөн әңгәмә үтә. Һәм уны дроноводтар сафына ҡабул итәләр.
Роман Красноярск крайының Зеленогорск ҡалаһынан, армияла хеҙмәт итә, һөнәре буйынса электромонтер. Уның һүҙҙәренсә, ул интернетта пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәрен, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк ярҙамы сараларын күрһәткән мәғлүмәтте уҡып, Башҡортостан аша барырға ҡарар иткән.
-Минең иптәштәрем һәм туғандарым араһында МХО зонаһында хеҙмәт итеүсе бер кем дә юҡ. Мин үҙем электромонтер булып эшләнем. Бер ваҡыт фронтта төрлө профилле белгестәр, шул иҫәптән электриктар, монтерҙар һәм электр менән бәйле башҡа һөнәрҙәр кәрәклеген ишеттем. Ә ниңә юҡ? Бына ул ҡайҙа минең урыным, бына миңә нимә кәрәк. Бынан һуң Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Башҡортостанға килергә кәңәш иттеләр, һеҙҙең республикала шарттар яҡшыраҡ, тинеләр», — тип һөйләй Роман.
Һайлау пунктында әңгәмә һәм медицина тикшереүе һөҙөмтәләре билдәле булғас, Романдан пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләге тураһында һорайҙар. Ир ризалаша.
- Миңә барыһын да ентекләп аңлаттылар. Баҡтиһәң, контрактҡа бер йылға ҡул ҡуйырға мөмкин, срок тамамланғандан һуң эштән китергә йәки хеҙмәтемде оҙайтырға мөмкин. Дрон операторҙары хәрби бәйләнеш һыҙығынан хәүефһеҙ алыҫлыҡта эшләй, яҡшы түләүҙәр бар. Шулай итеп, мине барыһы ла ҡәнәғәтләндерә. Һәм һәр ваҡыт яңы нәмәләр менән танышыу ҡыҙыҡлы. Ә минең һөнәри оҫталығымды һәр хәлдә ҡайҙа һәм нисек ҡулланырға икәнен табырмын. Шуға күрә мин бында. Бер генә нәмә үкенесле. Салауат Юлаев һәйкәлен ҡарарға бик теләй инем, ә уны реставрацияға ебәргәндәр икән. Тимәк, ҡайтырға сәбәп бар. Әммә һеҙҙең генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәлде күрҙем. Миңә һәйкәл яугирҙарҙы оҙатыуҙарҙы һәм ҡаршы алыуҙарҙы күргән тип әйттеләр. Был минең өсөн еңеү, көс һәм изгелек билдәһе», - ти Роман.
Сығанаҡ - www.bashinform.ru/news/svo/2...
«Табын» гәзитенән алынды.
Башинформ фотоһы.