Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шул да булдымы ғәҙәт!
11 Ғинуар 2019, 12:49

Өфө кешеһе ҡатын-ҡыҙҙарға яуыз уй менән ВИЧ-инфекция йоҡторған өсөн 6 йылға иркенән мәхрүм ителде

Өфө кешеһен ҡатын-ҡыҙҙарға яуыз ниәт менән ВИЧ-инфекция йоҡторған өсөн 6 йылға иркенән мәхрүм иттеләр.

37 йәшлек ирҙә иммун дефициты вирусы 2012 йылда, уның йөклө ҡатынында ошо инфекция асыҡланғас ҡына табылған.
Шунан һуң, 2013 йылдың сентябренән 2016 йылдың авгусына тиклем ир социаль селтәрҙәрҙә һәм сайттарҙа ҡыҙҙар менән танышып, улар менән енси бәйләнешкә ингән. Өҫтәүенә үҙенең сирле икәнен әйтмәгән. Шул сәбәпле өс ҡатын-ҡыҙ кешенең иммун дефициты вирусын йоҡторған. Тағы ла өсәүһен үҙенең ауырыу икәнен белгәнсе зарарлаған.
Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебенен таныманы. Суд уны алты йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты. Бынан тыш, суд уға зыян күреүселәргә 500 мең һум компенсация түләргә ҡушты, тиелә төбәк прокуратураһы белдереүендә.
http://www.bashinform.ru/news/1259412-ufimtsa-prigovorili-k-6-godam-lisheniya-svobody-za-umyshlennoe-zarazhenie-zhenshchin-vich-infektsiey/
Читайте нас: