Ундай кешенән бушлай ярҙам көтөп булмай. Уларҙы кеше ҡайғыһы борсомай, улар фәҡәт үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта, үҙ файҙаһына ғына эшләй. Ундайҙар башҡаларҙың күңелһеҙ хәлдәренә битараф ҡала, хатта кемдеңдер эше бик үк яйлы бармағанын күреүе уларға оҡшай.
Асыу тотоу һәм кенә ҡыуыу, ҡағиҙә булараҡ, башҡаларҙы, йомшаҡ кешеләрҙе кәмһетеүҙә күренә. Рәнйеткән кеше үҙе эстән ҡурҡаҡ, ләкин ғазап килтерергә теләй, шуға күрә йомшағыраҡ, көсһөҙөрәктәрҙе эҙләй. Кешенең күҙ йәше һәм үтенесе уны туҡтатмай һәм килеп сыҡҡан хәлгә ҡағылышлы үкендермәйәсәк тә.
Манипуляцияларға әүәҫ булыу
Һәр нәмәнән файҙа алыу, үҙ маҡсатына ирешеү өсөн теләһә ниндәй алымдар ҡулланыу. Йомшаҡ урынын белеп үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу.
Белә тороп, аңлы рәүештә күрәләтә факттарҙы боҙоп күрһәтеү, хәл-ваҡиғаларҙың мөһимлеген шапыртыу (аштырыу), алдаҡ – быларҙың барыһы ла хөсөткә, этлек уйлауға әүәҫ кешене фашлай. Кеше алдында хурлыҡҡа төшөрөү уның өсөн бер ни тормай.
Һүҙендә тормау, әйткәнен үтәмәү – уларҙың ҡанында. Улар баштан уҡ изгелек эшләмәйәсәген белә һәм рәхәт кенә итеп үҙ ярҙамын тәҡдим иткән кеше була. Ундай бәндәләр үҙҙәренә ышанып тапшырған мөһим яуаплы эштәрҙә ҡыйын хәлдә ҡалдырырыуы мөмкин һәм шунда ла үҙҙәрен ғәйепле тип һанамайҙар.
Ундайҙар ашҡыныусан һәм бәйләнсек була, юхаланып эс-бауырыңа инеп иң яҡшы дуҫың була. Ә артыңда – киреһенсә. Ысынында иһә уға кем менән булһа ла барыбер. Һәр ваҡыт ул ҡайҙа файҙа бар, кемде оторға була – шул яҡҡа ята.
Ҡара эсле, хаяһыҙ кеше выждан ғазабы кисермәй һәм кешене йәлләй белмәй. Ул кисерә алған берҙән-бер тойғо – уның хаинлығынан, һатлыҡйәнлегенән яфа сиккән кешене үсәү.
Кешегә этлек эшләргә яратҡан әҙәм башҡаларҙың бәхетһеҙлеген тоймай, ул уға битараф. Ул әҙәпһеҙ һәм тирә-яғындағыларҙың уңышһыҙлығына шатлана, шуның менән үҙен юғарыраҡ итеп тоя. Ул, йәнәһе, кемгәлер ярҙам кәрәклеген белмәнем тигән булып, бер ҡасан да үҙ ваҡытын мохтаждарға сарыф (әрәм) итмәйәсәк.
Кешенең сәсенең төҫөнән, нисек кейенеп йөрөүенән, башҡа тышҡы һәм эске сифаттарынан, ҡараштарынан мыҫҡыл итеү. Маҡсаты – кешене кәмһетеп, үҙенең ҡорбаны янында үҙен юғары итеп күреү һәм уны үҙ-үҙенә ышанысын юғалтыу, үҙенә буйһондороу. Ҡара эсле кеше шул рәүешле энергетика менән туйына.
Ҡара эсле кеше ыҙғыш, талаш, интригалар уртаһында йөрөрөгә ярата. Улар тирә-яғындағыларҙы бик оҫта ҡоторта белә, уларҙы хата фекергә төшөрә, яңылыштыра һәм кеше араһын бутап, бер-береһенә ҡаршы ҡуя. Бик бәләкәй генә аңлашылмаусанлыҡ та (хата ла) уларҙың тәьҫире аҫтында бик ҙур низағҡа килтереүе ихтимал.