Билдәле булыуынса ҡатын бер көн алдан байрам иткән булған, мәжлестә алкоголь эсемлектәр ҙә була. Күрәһең нисек ҡайтып еткәнен иҫләмәй һәм машинаһын ҡайҙа ҡуйғанын онотҡас полиция хеҙмәтенә хәбәр итеүҙән бер сара таба алмай. Патруль экипаждар автомобилде магазиндарҙың береһе алдында таба. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡатындың документтары, аҡсалары ятҡан сумкаһы автомобилдең ултырғысында, ә автомобилде тоҡандырыусы асҡысы зажиганиеға ҡуйылған килеш ҡалған булған. Ҡатынға автомобилен күрһәткәс барыһын да иҫләгән. Ҡалай оят булғандыр инде.. Шуныһы һөйөндөрә иҫерек килеш руль артына ултырып ҡайтып китмәгән.