Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

АУЫҘҘАН СЫҠҠАН ҺӘР ҺҮҘ КЕШЕНЕҢ ТОРМОШОН ҮҘГӘРТӘ

Ғалимдар ғәжәп һығымтаға килгән: кешенең телмәре һәм уйҙары генетик тулҡындар аша үтә. Ауыҙҙан сыҡҡан һәр һүҙ - кешенең тормошон үҙгәртә алырҙай генетик программа ул.

Икенсе төрлө әйткәндә, кеше ниндәй һүҙҙәр һөйләй, нисек аралаша, ошонан сығып уның нәҫел программаһы төҙөлә лә инде.

Нәҫел һаҡлауға яуап биргән молекулалар беҙ һөйләгәндә йә тыңлағанда аккустик мәғлүмәт ала. ДНК шулай уҡ төҫтәр мәғлүмәтен дә ҡабул итә. Һәм һүҙҙәр уны үҙгәртә ала, яҡшы йә насар яҡҡа, йәрәхәтләргә мөмкин.

Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы П.П Гаряев фекере буйынса, кеше һүҙ ярҙамында үҙенең генетик ҡоралын төҙөй. Баҡтиһәң, доға ҡылыу генетик ҡоралдың мөмкинлектәрен арттыра икән. Элек доға менән дауалағандар, үлем өҫтөндә ятҡан ауырыуҙар һауығып киткән осраҡтар күп булған. Имселәр, изге кешеләр быуат һайын яҡты донъяға тыуып торған.

Ҡарғау, ләғнәтләү генетик программаны боҙа, шуның менән организмдың дөйөм хәле лә төшә. Ысынлап та, тормошта бындай миҫалдар етерлек. Сихырлау, насар һүҙҙәр кешенең һаулығын ныҡ ҡаҡшатырға мөмкин.

Тулҡын генетиктары иҫбатлауынса, кешеләге генетик ҡорал уның хужаһы нимә уйлағанын, тыңлағанын, уҡығанын теркәп бара. Улар шулай уҡ тулҡын генына барып эләгә. Генетик ҡорал кемдән мәғлүмәт алыуығыҙҙы билдәләй алмай (телевизор, урамдағы кешеләр булһынмы). ДНК молекулалары был мәғлүмәт менән электромагнит һәм аккустик тулҡындар ярҙамында уртаҡлаша ала. Иң ҡыҙығы, ғалимдар һүҙ ярҙамында нәҫел һаҡлау молекулаларын үҙгәртә торған ҡорамал уйлап сығарғандар. Уның менән хромосомаларҙы боҙоп, гендарҙы урындары менән алмаштырыуға өлгәшкән. Был мутация тип атала. Ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе 30 мең рентген нурҙарынан торған көслө радиоактив нурланыш менән сағыштырырға мөмкин. 50 меңгә етһә, кеше үлем осрағына барып етә. Ғалимдар экспериментты арабидопсис тигән үҫемлеккә эшләп ҡараған. Улар бөтәһе лә һулыған. Һулымағандары артабан үҫә алмаған, йәғни, нәҫел дауам итеү юҡ тигән һүҙ.

Уйланырға урын бар. Тормоштағы күп ауырлыҡтар ҙа беҙҙе уратып алған йәмғиәт фекере аша, "батшаларҙан" аңыбыҙға һалынған. Шуның менән бергә кешеләр бөгөн ағыуланып, тәмәке, араҡыға, тағы ла башҡа әшәкелектәргә буйһоноп йәшәргә мәжбүр.
Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәй, "хәлдәрең нисек?" тигән һорауға "ничего" йә "яйлап" тип яуап ҡайтарабыҙ. Был хаҡта уйлап та бирмәйбеҙ бит? Йәки телевизорҙан ниндәй тапшырыуҙар ҡарайбыҙ, интернетта нимә уҡыйбыҙ? Кешенең уңышлы булыуы туранан-тура уның уй-фекеренә, аралашыуына барып бәйләнә.

Үҙегеҙҙең йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ, ағыулы мәғлүмәт алыуға юл ҡуймағыҙ. Насар һүҙҙәрҙән, уйҙарҙан ары тороғоҙ. Әгәр ҙә уңышлы, ышаныслы кеше булам, Ер шарында шундайҙар күп булһын, яҡшылыҡҡа юл асылһын тиһәң, бөгөндән ниндәй һүҙҙәр һөйләреңде һәм тыңлаясағыңды хәл итеп ҡуй.
"ШОҢҠАР" журналынан.
Читайте нас: