Ашҡаҙар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шул да булдымы ғәҙәт!
20 Август 2020, 15:00

Руль артына иҫеререк килеш ултырған

Стәрлетамаҡта – сираттағы авария һәм унда тағы ла иҫерек водитель ғәйепле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эсеп рулгә ултырырға яратҡандарҙы ҙур штрафтар ҙа, ҡаты яза ла өркөтмәй: үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, улар республика юлдарын иңләүен дауам итә.

Кисә Стәрлетамаҡта булған авария ла ошоно иҫбатлай. ЮХХДИ инспекцияһы хәбәр итеүенсә, унда өс машина бәрелешкән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Хәл Хоҙайбирҙин урамында теркәлгән. 27 йәшлек ир “ВАЗ” автомобилендә юл ыңғайы китеп барыусы Kia Sportage машинаһына бәрелгән, унан “ГАЗель”де төрттөргән. “ВАЗ” водителе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Асыҡланыуынса ул иҫерек булған һәм бығаса машинаны йөрөтөү хоҡуғынан да мәхрүм ителгән.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.
Һуңғы тәүлектә Башҡортостан юлдарында дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, дүрт кеше зыян күргән.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Читайте нас: