Ашҡаҙар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шул да булдымы ғәҙәт!
24 Август 2020, 19:20

Асарбаҡтың «ҡармағына» эләккән

Стәрлетамаҡ полицейскийҙары мутлашыу юлы менән пенсионерҙы аҡсаһыҙ ҡалдырған асарбаҡты тотҡандар.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, билдәле йәшәү урыны булмаған ир 85 йәшлек пенсионерҙың ышанысына инеп, уның телевизоры ватылғанын белгән һәм уны йүнәтергә тәҡдим иткән. Пенсионерҙың мең ярым аҡсаһын алып «техника өсөн деталдәр» алырға киткән ул. Ләкин бер аҙ ваҡыттан кире килеп 5 меңлек аҡсаны ваҡлатыуҙы һораған. Пенсионер аҙаҡтан ғына үҙенең аҡсаһын «Приколдар банкы» купюраһына алыштырғанлығын аңлай. Асарбаҡҡа ҡарата «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Р.БАЙРАМОВА.
Читайте нас: