БР Экология министрлығынан белдереүҙәренсә, тикшереү барышында төҙөлөш ҡалдыҡтарының рөхсәт ителмәгән урында 3500 квадрат метр майҙанда сүплек өйөмө (төҙөлөштән ҡалған сүп-сар, асфальт, бетон киҫәктәре, плита ватыҡтары һ.б.) барлыҡҡа килеүе асыҡланған. Роспотребнадзор белгестәре ҡалдыҡтарҙың пробаһын алып анализ яһағандан һуң ҡалдыҡтар V класс хәүефлелегенә ҡарағанлығы билдәләнгән.
БР Экология министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығы инспекторы Резида Мәхәмәтшина билдәләүенсә, төҙөлөштән һуң ҡала эсендә сүп-сар ҡалдырыу менән бер нисек тә килешеп булмай, был законға ярашһыҙ.
«Дорстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарата административ эш ҡуҙғатылған һәм 300 мең һум күләмендә штраф һалынған.