Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шул да булдымы ғәҙәт!
4 Сентябрь 2020, 14:45

Урамдағы яҡтыртҡыстарҙы кем ватҡан?

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов йәнә вандализм мәсьәләһен күтәрә. Социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең хәбәрен ул "йән әрнеүе" тип атай.

"Хөрмәтле ҡала халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары! Ҡалалағы бөтә уңайлыҡтарҙы беҙ һеҙҙең мәнфәғәтегеҙҙә эшләйбеҙ: урамдарҙы, аллеяларҙы, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндерәбеҙ һәм уларҙы тағы ла уңайлыраҡ, замансараҡ итергә тырышабыҙ. Ләкин, үкенескә ҡаршы, бөтәһе лә быны аңламай һәм ҡәҙерен белмәй. Бөтәһен дә ватып-емерергә генә тороусылар ҙа бар. Беҙ һәр ваҡыт әйтә киләбеҙ: ҡала – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ, шуға күрә һеҙҙе унда үҙегеҙҙе хәстәрлекле хужа итеп тойорға саҡырам, ә ҡоторонған вандал итеп түгел. Был буш һүҙ түгел. Беҙҙә вандализм осраҡтары етерлек. Скверҙағы суйын сәғәтте лә ваттылар, яңы эскәмйәләрҙе төбө-тамыры менән аҡтарып сығарҙылар, үҫеп ултырған туя үҫентеләрен дә ҡаҙып алдылар", - тип әрнеп яҙа мэр.
Владимир Куликов Хоҙайбирҙин урамындағы аллееялағы «ҡамыш»-яҡтыртҡыстарҙы селпәрәмә килтергән вандалдарҙы ла атай. Уның һүҙҙәренсә, улар – яҡын-тирәләге райондарҙан Стәрлетамаҡҡа уҡырға тип килгән беренсе курс студенттары. Уларҙың был ҡылығын мэр ысын мәғәнәһендә вәхшилек тип атай. (Ысын булһа, ташҡа үлсәйем!..)
"Әлбиттә, беҙҙең йәштәрҙең барыһы ла шундай йүнһеҙ икән тигән һүҙ түгел. Мин гел әйтәм: беҙҙең йәштәр бына тигән – ярҙамсыл, ижади һәм патриотик рухлылар. Әммә араларында шундай заттар ҙа булғылай. Уларға шундай һорау бирге килә: өйҙәрендә лә бөтә нәмәне шулай ватып-емереп йөрөйҙәрме икән?", - тип яҙа хакимиәт башлығы.
"Ҡала – ул тере организм, һәм уның артабанғы йәшәйеше һәм үҫеше беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙан тора", - тип әсенеп яҙа үҙенең сәхифәһендә ҡала етәксеһе.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: