Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, Иркутск өлкәһе депутаты Андрей Левченко һәм уның әшнәһе Иркутск өлкәһенә 185 миллион һумлыҡ зыян килтергән. Улар Иркутск өлкәһендә күп фатирлы йорттарға капитал ремонт яһау фонды аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә. Андрей Левченкоға 38 йәш. Ул төбәк парламентына 2018 йылда КПРФ партияһы аша үткән. Ҡаҙна, хаҡтар булдырыу, финанс-иҡтисад һәм һалым буйынса закондар сығарыу комитетында ағза булып тора. Шулай уҡ ул 2011 йылдан алып “Стальконструкция” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ла икән. Уның атаһы Сергей Левченко 2015 йылдан алып төбәкте етәкләгән булған, ләкин 2019 йылдың декабрендә отставкаға китеп өлгөргән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған ҡуҙғатылыуын. Тик хөкөмдө кем күтәрер? Быныһы асыҡ ҡала.